9 июль
Уҡыу көйләүҙәре
9 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
9 июль Викимилектә |
9 июль — григориан стиле буйынса йылдың 190-сы (кәбисә йылында 191-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 175 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Австралия: Конституция көнө.
- Аргентина: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Иран: Балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте көнө.
- Ҡаҙағстан: Һалым хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Һыу хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бибиков Борис Владимирович (1900—5.11.1986), педагог, актёр. РСФСР-ҙың (1947), Тажик ССР-ының (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1959) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған артисы (1967). 1934 йылдан Мәскәүҙең төрлө театрҙары режиссёры, бер үк ваҡытта ГИТИС һәм 1942 йылдан — Бөтә Союз дәүләт кинематография институты, 1970 йылдар аҙағынан Тажикстан сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1951). Сталин премияһы лауреаты (1950). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Серпухов ҡалаһынан.
- Лубышев Фёдор Владимирович (1945), ғалим-математик. 1971 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика- математика фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арсланов Хәкимйән Исмәғил улы (1941—9.09.2015), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—2001 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. 2-се (1985) һәм 3-сө (1980) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылынан.
- Ғафарова Зөһрә Мәғрүф ҡыҙы (1946), педагогик хеҙмәт ветераны. 1978—2006 йылдарҙа хәҙерге Яңауыл ҡалаһының 3-сө урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән ошо райондың Ҡарман ауылынан.
- Зиязов Нәзир Заһит улы (1946—4.02.2022), ауыл хужалығы, нефть сәнәғәте, партия, совет һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, инженер-механик. 1990—1991 йылдарҙа КПСС-тың Яңауыл район комитетының беренсе секретары, 1991—1992 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2005 йылдарҙа Яңауыл ҡалаһы һәм районының, 2005—2008 йылдарҙа Яңауыл районының хакимиәт башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының почётлы гражданы (2004).
- Роберт Юлдашев (1971), ҡурайсы. 1998 йылдан (өҙөклөк менән) хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты, «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе. 2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы, 2009 йылдан « Башҡортостан Республикаһының “Ҡурайсы” ижади союзы» ойошмаһы президенты. Башҡортостандың халыҡ артисы (2012), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гәрәев Муса Ғaйса улы (1922—17.09.1987), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Йәмәғәт эшмәкәре. 1965—1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, СССР-ҙың 2-4-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 7-9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
- Нәзмиев Фәнил Ғафыл улы (1932—1994), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1956 йылдан Баҡалы районы хужалыҡтары зоотехнигы һәм баш зоотехнигы; 1971 йылдан «Ҡыҙыл Шишмә» колхозы рәйесе; 1985 йылдан — район ауыл хужалығы идаралығының ҡортсолоҡ буйынса баш зоотехнигы; 1986—1994 йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм уның сифаты буйынса район инспекцияһы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған зоотехнигы. Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылынан.
- Хәмзин Рим Әнүәр улы (1952), ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. 1986 йылдан Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1988 йылдан — КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан — Туймазы район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылдан — Туймазы районы хакимиәте, 1999 йылдың июненән 2004 йылғаса — Туймазы ҡалаһы һәм Туймазы районы хакимиәте башлығы. РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990—1993), Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы һәм почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәхитов Тәлғәт Хөснулла улы (1963), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 2004 йылдан Мәләүез районы «Трудовик» хужалығы директоры. Рәсәйҙең (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Әсәҙуллина Индира Илдус ҡыҙы (1973), музыкант, педагог. 2014 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыкаль-әҙәби лекторийының художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының концертмейстеры һәм уҡытыусыһы; 2000—2004 йылдарҙа Өфөләге урта махсус музыка колледжы концертмейстеры, 2013 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының оркестр артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Шишмә ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы (1967), педагог, әҙәбиәт белгесе-фән[[]]ғалим. 2013 йылдан Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбе директоры. Филология фәндәре кандидаты (2009).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәбибуллин Заятүләк Әмир улы (1939—1.12.1999), ғалим-тау инженеры, 1967—1999 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Аҡбаҫар ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1819: Элиас Хоу, АҠШ механигы, теген машинаһын уйлап табыусыларҙың береһе.
- 1850: Иван Вазов, Болгария шағиры.
- 1940: Сева Новгородцев, Британия журналисы, Би-би-си радиоһы комментаторы.
- 1945: Дин Кунц, АҠШ-тың фантаст яҙыусыһы.
- 1950: Виктор Янукович, Украина сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, илдең 2010—2014 йылдарҙағы президенты.
- 1956: Том Хэнкс, АҠШ актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1980: Юлия Такшина, Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
- 1928: Мирхәйҙәр Фәйзи, башҡорт һәм татар яҙыусыһы, драматург һәм журналист.
- 2005: Ибраһим Абдуллин, драматург, яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1995).