7 июнь
Уҡыу көйләүҙәре
7 июнь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
7 июнь Викимилектә |
7 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 158-се (кәбисә йылында 159-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 207 көн ҡала.
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2024 йыл |
БМО: Бөтә донъя аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге көнө.
- АҠШ: Видеомагнитофон көнө.
- Испания: Республика көнө.
- Норвегия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Перу: Флаг көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Краудфандинг көнө.
- Хорватия: Дипломатия көнө.
- Аргентина: Журналистар көнө.
- Ҡырғыҙстан: Финанс һәм иҡтисад хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
- Алтай Республикаһының Конституция көнө.
- 1340: Голландияның Роттердам ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1847: Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Амангилде ауылы нигеҙләнә.
тулы исемлек
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Усманова Людмила Фуат ҡыҙы (1950), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1971—1974 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1996 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы; 2001—2002 йылдарҙа Өфөләге Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм хоҡуҡ институты ректоры, 2003—2005 йылдарҙа Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты (филиалы), 2007 йылдан Төмән университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2001). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһе Етеғара ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татаринов Андрей Михайлович (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип. 1970 йылдан Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһының травматолог-ортопеды. Медицина фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2001).
- Бабенко Римма Васильевна (1971), Күмертау ҡалаһы мәҙәниәт һарайының «БИС» халыҡ вокал студияһы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фәйзулин Йәһүҙә Хөснөтдин улы (1927—12.07.2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Баҡалы районы Карл Маркс исемендәге колхоздың элекке водителе, бригадиры. Халыҡтар Дуҫлығы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡуштирәк ауылынан.
- Байбулатов Рамазан Хәлил улы (1937—8.03.1998), механизатор. 1954—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы тракторсыһы, фуражсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Бикйән ауылынан.
тулы исемлек
- Ханбиков Ҡәҙим Искәндәр улы (1952), хеҙмәт ветераны. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке слесары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Шепетильникова Татьяна Владимировна (1957), тренер, педагог. Олимпия резервының Өфөләге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса элекке тренер-уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендың миҙалы менән бүләкләнеүсе (2015). Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Бийск ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байғужина Ирина Мөхтәр ҡыҙы (1963), педагог. 1991 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы «Йәйғор» балалар баҡсаһының тәрбиәсе-методисы, 1995 йылдан — мөдире, 2003 йылдан — тәрбиәсеһе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм биреү хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Хәмитов Феликс Флүр улы (1963), ғалим—табип. 1987 йылдан Мәскәүҙең В. В. Вересаев исемендәге ҡала клиник дауаханаһы хирургы, ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2007). Мәскәү мэрының медицина өлкәһендәге премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (1899—14.09.1984), офтальмолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1975—1982 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962). РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ленин (1961) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
- Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы (1939), инженер-ғалим, ауыл хужалығы, партия, дәүләт органдары һәм юғары мәктәп хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Ауырғазы (2004) һәм Бүздәк (2009) райондарының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Агапчев Владимир Иванович (1944—14.09.2007), инженер-механик-ғалим. 1971 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—1994 йылдарҙа инженер-төҙөлөш факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988). Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә союз химия йәмғиәте премияһы лауреаты (1985, 1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Корпачёв Андрей Геннадьевич (1959), спортсы, судья. Радиоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). Рәсәйҙең почётлы радисы (1998). Шәхси зачётта донъя (1979—1986, 1988), СССР (1979), БДБ (ике тапҡыр, 1992) һәм Рәсәй (2005) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Овчинников Владимир Викторович (1959), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Мастерҙар араһында Европа чемпионатының шәхси зачётта бронза призёры һәм команда зачётында көмөш призёры (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1845: Леопольд Ауэр, Рәсәй империяһы һәм Германия музыканты, скрипкасы, дирижёр, композитор һәм педагог.
- 1887: Сидор Артемьевич Ковпак, СССР-ҙың хәрби начальнигы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
тулы исемлек
- 1890: Луи Шадурн, Франция шағиры, яҙыусы-романист.
- 1905: Джеймс Брэддок, АҠШ боксёры, донъя чемпионы.
- 1920: Жорж Марше, сәйәсмән, 1972—1994 йылдарҙа Франция Коммунистар партияһының генераль секретары.
- 1952: Орхан Памуҡ, Төркиә яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (2006).
- 1960: Хирохико Араки, Японияның комикстар төшөрөүсеһе (мангака).
- 1960: Татьяна Друбич, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
- 1970: Кафу, Бразилия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы (1994, 2002).
- 1970: Майк Модано, АҠШ хоккейсыһы, 2002 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призёры.
- 1972: Сергей Чумаков, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1975: Аллен Изэйн Айверсон, АҠШ баскетболсыһы.