Тетралогия
Уҡыу көйләүҙәре
Тетралогия (грекса tetralogia: — tetra — дүрт һәм logos — һүҙ) — уртаҡ идея-художество фекере (маҡсаты) һәм уртаҡ персонаждары менән бер бөтөн тәшкил иткән, дүрт үҙ аллы киҫәктән торған эпик йә драматик әҫәр. Донъя әҙәбиәтенән тетралогияға миҫал итеп француз әҙәбиәте классигы Ромен Ролландың «Сихырланған уй» («Аннета һәм Силовия», «Йәй», «Әсәһе һәм улы», «Алдан хәбәр биреүсе ҡатын»), немец әҙәбиәте классигы Томас Манндың «Иосиф һәм уның ағалары» («Иаковтың үткәне», «Иосифтың үҫмер сағы», «Иосиф Египетта», «Иосиф-туйындырыусы») әҫәрҙәрен килтерергә мөмкин.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006. 177-178-се биттәр.