Эстәлеккә күсергә

Программа тәьминәтен локалләштереү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Программа тәьминәтен локалләштереү
Рәсем
 Программа тәьминәтен локалләштереү Викимилектә
Итальян теленә локалләштерелгән программа тәьминәте. Нейтраль икона эшләргә тырышҡандар: глобус Атлантик океан яғына әйләндерелгән

Программа тәьминәтен локалләштереү — программа тәьминәтен ниндәй ҙә булһа илдең мәҙәниәтенә яраҡлаштырыу эше ул. Айырым бер өлөшө — файҙаланыу интерфейсын,  программа тәьминәтенә  ҡараған документацияны һәм файлдарҙы бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү. 

Локалләштереү ҡайһы берҙә L10N (бында L — инглиз телендәге localisation һүҙенең беренсе хәрефе, 10 — төшөрөп ҡалдырылған хәрефтәрҙең һаны һәм N — һуңғы хәреф) ҡыҫҡартмаһы менән тамғалана.  

Нимә ул локалләштереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
MikTeX — тулыһынса локалләштереп бөтөлмәгән ҡатмарлы ПТ миҫалы.
Зелёные — тел пакетын тоҡандырыу менән эшләй башлаусы функциялар:
1. Рус хәрефтәрен индереү һәм уларҙың сағылышы.
2. Төп һүҙ «Глава».
Ҡыҙғылт һары — MikTeX-та булған, әммә ҡулланыусынан өҫтәмә эш-ғәмәлдәр талап иткән функциялар.
3. Ауыш тамға «≤» — \leqslant командаһы менән индерелә (\le урынына).
Красные — рус типографикаһына яраҡлаштырылмаған функциялар (ә быны төҙәтеүсе пакеттар стандарт поставкала юҡ).
4. Интегралдың курсив тамғаһы.
5. Курсив грек хәрефе.

Локалләштереү интерфейсты икенсе телгә тәржемә итеүҙән генә тормай. Ул — күп кимәлле эш, беренсе аҙымдары хатта   интерфейсҡа бөтөнләй ҡағылмайынса башҡарылырға мөмкин[1], ә һуңғылары программистарҙың, дизайнерҙарҙың һәм тәржемәселәрҙең уртаҡ эшмәкәрлегенән тора[2]:

  1. Телде һәм милли  стандарттарҙы индереү — программа башҡа илдә үҙ бурыстарын үтәй алһын өсөн иң кәрәкле минимум. Хәҙерге операцион системалар был мәсьәләләрҙең күп өлөшөн үҙ өҫтөнә ала, әммә  программист был мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашыра алырлыҡ кимәлдә квалификациялы булырға тейеш.
    • Локалләштерелгән операцион системала дөрөҫ эш итеү [3].
    • Программаның ул ҡулланылған илдәге тауар закондарына яуап биреүен тәьмин итеү. Атап әйткәндә: маҡсат ителгән телдә документацияны нәшерләү, функцияларҙы патенттарға, монополияға ҡаршы ҡануниәткә, законы матбуғат тураһында, персональ бирелмәләрҙе һаҡлау тураһында закондарға яраҡлаштырыу… Мәҫәлән,  Windows 98-ҙә бәхәсле территориялар арҡаһында сәғәт бүлкәттәрен яҡтыртыу юҡҡа сыға: дәғүәләшеүсе илдәрҙең икеһенә лә ярау бик ауыр[4].
    • Тел символдарын  экранға сығарыу[5]. Ихтыяж тыуһа, локалләштерелгән  шрифттар эшләү[6]. Башҡа яҙмаға яраҡлаштырыуҙың үҙ ҡатмарлылыҡтары булыуы мөмкин[1].
    • Телгә бәйле башҡа ғәмәлдәр — текст индереү, алфавитҡа ярашлы сортировкалау, юл операциялары, орфография һүҙлектәре, юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре һәм башҡалар.
    • Маҡсатлы илдең программаны эшләтеүгә бәйле стандарттары:
      • Датаның, ваҡыттың, кәсерле һәм күп урынлы һандарҙың форматтары.
      • Кеше исемдәренең үҙенсәлектәре.
      • Валюталарҙың символдары.
      • Ҡағыҙ форматтары.
      • Үлсәмдәр системаһы.
      • Ҡануниәт үҙенсәлектәре.
        • Һалым системаһы.
        • Хөкүмәт биргән документтар —  социаль тәьминәт номеры, һалым түләүсене танытыу номеры, паспорт номеры.
        • Дәүләт структуралары өсөн программа тәьминәтенә талаптар  — бирелмәләрҙең асыҡлығы, шифрлау стандарттары һәм башҡалар.
      • Телевизион ҡушылмалар өсөн уйындарҙа — телевидение стандарты (PAL йә NTSC).
  2. Программа интерфейсында текстарҙы маҡсатлы телгә тәржемә итеү.
    • Ҡатмарлы программа тәьминәтенең бөтә өлөштәрен дә тәржемә итеүҙең кәрәге юҡ.  Мәҫәлән, күптәр Excel функцияларының атамаларын рус теленә тәржемә итеү менән риза түгел.  Компьютерҙа рус хәрефтәре булмағанда программа тәьминәте  хаталанып киткеләй, ә был хәбәрҙәр менән эш иткән белгес инглизсәһен дә аңлар ине.  
    • Интерфейс элементтарын тигеҙләгәндә һәм урынлаштырғанда хәбәр юлдарының төрлө телдә төрлө ҙурлыҡта булыу мөмкинлеген иҫәпкә алыу (мәҫәлән, инглиз телендәге ҡәҙимге хәбәр,  немец теленә тәржемә ителгәс, ҡағиҙә булараҡ,  17,3 процентҡа оҙонораҡ була[7]). Йәнә уңдан һулға (ғәрәп, иврит), аҫтан өҫкә (япон) яҙыулы телдәр бар;
    • Терминологияны тәржемә итеү үтә мөһим. Мәҫәлән, Windows'та браузер мәғәнәһендә ҡулланылған  «күҙәтеүсе» термины бәхәсле.
    • Текслы рәсемдәрҙе ҡабат төшөрөргә кәрәк.  Телдән әйтелгән хәбәрҙәр булһа, уларҙы әйтеп сығырға кәрәк.  
  3. Маҡсатлы илгә көйләүҙе бик һаҡ башҡарыу.
    • Һүҙ формалары менән эш.  Мәҫәлән, «3 файлдар табылды» формаһындағы кеүек хаталарға юл ҡуймаҫҡа.
    • Программаның төп функцияларына йоғонто яһамаҫтай өҫтәмә стандарттар. Мәҫәлән: медиаплеерҙа дата/ваҡыт форматы, типографика үҙенсәлектәре.
    • Локалләштерелгән программаның сығанаҡ программа менән интероперабеллелеген тәьмин итеү. Мәҫәлән,   документҡа «x*2,5» формулаһын индерҙек. Ә программаның инглиз версияһында ул эшләйме? Руссанан инглизсәгә селтәр уйынын көйләнек  — верияларҙың тап килмәүенә һылтанып, бәйләнеште өҙмәҫме?
    • Программаның маҡсатлы илдә киң ҡулланылған программа тәьминәте менән  интероперабеллелеген тәьмин итеү. Мәҫәлән, төрлө илдә төрлө бухгалтер  программаһы ҡулланыла, ә «1С: Предприятие» элекке СССР илдәренән ситтә әҙ билдәле.
    • Милли менталитетты иҫәпкә алыу. Мәҫәлән:  рустарҙа ҡыҙыл төҫ хәүеф менән генә түгел, байрам менән дә ауаздаш. Уйындарҙа йыш ҡына юморҙы алмаштырырға, ҡайһы берҙә хатта  сюжетҡа төҙәтеү индерергә тура килә (мәҫәлән,  Syberia 2 уйынында төрөк иммигранты Sirkos йәһүд Цукерманға әйләнгән).
    • Америкалағы  почта йәшниге — электрон почта программаларында йыш ҡына шуны күреп өйрәнгәнбеҙ
      Графиктарҙы (сплэш-экрандар, билдәләр һәм башҡалар) башҡа ил ысынбарлығына тап килтереп ҡабат төшөрөү. Мәҫәлән, төрлө илдә юл билдәләре, вилкалар һәм розеткалар, почта йәшниктәре төрлөсә була. Глобустың тамашасы  йәшәгән яғын бороп ҡуялар.  Бөйөк Британияла  выключателдең аҫҡа төшөп торған яғы уттың яндырылыуын аңлата, ә элекке СССР-ҙа — киреһенсә. 
    • Клипарт-китапханаларға төҙәтеүҙәр индереү. Мәҫәлән, урындағы байрам күренештәре өҫтәлә. Мосолман илдәрендә клипарт тамырҙан үҙгәртелә — кеше һәм хайуан рәсемдәре алып ташлана, арабескалар өҫтәлә.

Шулай итеп, локалләштереү — бик ҡатмарлы һәм киң ҡоласлы операция[8], һәм программа тәьминәтен эшләгән саҡта уҡ уның киләсәктә  интернационалләштерелеүе бик етди  иҫәпкә алынырға тейеш. Беҙ беренсе-икенсе кимәлдә руслаштырылған программа тәьминәте ҡулланабыҙ; тулыһынса руслаштырылған программа тәьминәттәре юҡ. Apple компанияһының Mac OS X операцион системаһы тәрән локалләштереү миҫалы булып тора, унда локалләштерелгән милли йүнәлешле пиктограммалар ҙа осрай.

Локалләштереү ҡоралдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Визуаль программалау өсөн ҡулланыла торған ҡайһы бер ҡоралдар локалләштереүҙе еңелләштерә.  Мәҫәлән, интерфейс элементтары китапханаһы GTK+'та төрлө телдәрҙә юлдарҙың төрлө  оҙонлоҡта булыуына ҡағылышлы борсолаһы түгел, сөнки  виджеттар автоматик рәүештә үҙенә кәрәкле үлсәмде һорай.  

Әммә күп осраҡта бындай мөмкинлектәр сикле була һәм локалләштереүҙең хаҡын арттыра. Был ҡоралдарҙа тәржемәсе менән эшләү саралары юҡ, тәржемәне автоматик тикшереү юҡ, уртаса бер ҡушымтаның тәржемәһенә контроллек итеү ҙә мөмкин түгел. Шунлыҡтан локалләштереү эшенә тотонор алдынан нәҡ программа тәьминәтен тәржемә итеүгә көйләнгән махсус саралар барлығы менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк. 

Программа тәьминәтен локалләштереү өсөн махсус саралар ҙа ҡулланыла (мәҫәлән, Passolo), улар  менюҙы  һәм хәбәрҙәрҙе программа ресурстарында һәм  компиляцияланған программаларҙа туранан-тура тәржемә итергә, шулай уҡ локалләштереүҙең дөрөҫ башҡарылыуын һынарға мөмкинлек бирә. Аудиовизуаль  материалдарҙы (башлыса фильмдарҙы) тәржемә иткәндә лә махсус саралар, мәҫәләен, Swift, ҡулланыла, улар үҙҙәрендә тәржемә хәтеренең ҡайһы бер өлөштәрен берләштерә, өҫтәмә рәүештә ваҡытҡа ярашлы субтитрҙарҙың эшләнеүен, уларҙың экранда форматлашыуын тәьмин итә. 

Тел тегтары һәм кодтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тел тегтары теге йәки был телдең төбәк үҙенсәлектәрен билдәләү өсөн ҡулланыла ала.  Телде идентификатлау өсөн  төп субтег (мәҫәлән, инглиз теле өсөн «en») һәм ҡулланыу төбәген аныҡлау өсөн өҫтәмә субтег  була  (мәҫәлән, «GB» — Great Britain, Бөйөк Британия). Субтегтар араһына ғәҙәттә — дефис, айырым осраҡтарҙа  аҫһыҙыҡ тамғаһы ҡуйыла. Тел тегтары миҫалдары:

  • Инглиз теле: en-GB (Британия  инглизсәһе), en-US (Америка  инглизсәһе), en-AU (Австралия инглизсәһе).
  • Испан теле: es-ES (Кастилия испансаһы, Испанияның яҙма һәм һөйләш теле), es-MX (Мексика испансаһы), es-AR (Аргентина испансаһы), es-CO (Колумбия испансаһы).
  • Португал  теле: pt-PT (Европа португалсаһы, Португалияның яҙма һәм һөйләш теле), pt-BR (Бразилия португалсаһы).
  • Ҡытай теле: zh-CN (материктағы Ҡытай, ябайлаштырылған иероглифтар), zh-TW (Тайвань, традицион иероглифтар), zh-HK (Гонконг, традицион иероглифтар).
  • Рус теле: ru-RU (русса, Рәсәй).
  • Башҡорт теле: ba (башҡортса).

Телдәрҙең кодтары һәр телде идентификатлау өсөн   ISO 639-2 стандарты менән өс хәрефле термин рәүешендә билдәләнә, мәҫәлән, инглиз теле өсөн — «eng», тувалу өсөн — «tvl», башҡорт теле өсөн — bak. Шул уҡ ваҡытта, телдең   ISO 639-1 стандарты буйынса ике хәрефле коды булһа, был өс  хәрефлеләр тег итеп ҡулланыла алмай.


  1. 1,0 1,1 Adobe InDesign в Индии: локализация без перевода - полезные статьи на сайте бюро переводов «Транслинк»
  2. FoxSoft=Инструменты локализации: Русификация программных продуктов
  3. Точка с запятой. IT Happens (9 август 2011). — Пример ПО, некорректно работающего в локализованной ОС. Дата обращения: 7 февраль 2014. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  4. Why isn’t my time zone highlighted on the world map? | The Old New Thing
  5. . Мәҫәлән, растр шрифтлы иҫке версииялар Winamp локалләштерелгән операция системаларында дөрөҫ эшләй, әммә русса атамаларҙы сығармай
  6. Байки из локализаторской: Ода шрифтам — новости «ТрансЛинк»
  7. Язык в интерфейсе: на короткий-длинный рассчитайся!
  8. 7 ключевых аспектов локализации игры