Эстәлеккә күсергә

Нөктәле өтөр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
;
Нөктәле өтөр
Пунктуация
апостроф (’ ')
йәйәләр ([ ], ( ), { }, ⟨ ⟩)
ике нөктә (:)
өтөр (,)
тире (, –, —, ―)
күп нөктә (…, ..., . . .)
өндәү билдәһе (!)
нөктә (.)
дефис ()
дефис-минус (-)
һорау билдәһе (?)
тырнаҡтар („ “, « », “ ”, ‘ ’, ‹ ›)
нөктәле өтөр (;)
ҡыя һыҙыҡ (слеш, кәсер) (/,  ⁄ )
Һүҙ бүлгес
бушлыҡ ( ) ( ) ( )
интерпункт (·)
Төп типографика
амперсанд (&)
коммерция at (@)
йондоҙсоҡ (астериск) (*)
кире ҡыя һыҙыҡ (\)
исемлек маркеры (буллит) ()
циркумфлекс (^)
типографик әүернә (†, ‡)
градус (°)
әйләндерелгән өндәү билдәһе (¡)
әйләндерелгән һорау билдәһе (¿)
октоторп (рәшәткә, хеш) (#)
номер билдәһе ()
бүлеү билдәһе (÷)
тәртип индикатор (º, ª)
процент, промилле, миллионная доля (%, ‰, )
абзац ()
штрих (′, ″, ‴)
параграф билдәһе (§)
тильда (~)
аҫтан һыҙыу (_)
вертикаль һыҙыҡ (¦, |)
Интеллектуаль милек
автор хоҡуҡтарын һаҡлау билдәһе (©)
сиктәш хоҡуҡтарҙы һаҡлау билдәһе (®)
хеҙмәтләндереү билдәһе символы ()
знак охраны смежных прав
фонограмма өсөн
()
тауар билдәһе символы ()
Валюта билдәләре
валюта билдәһе (дөйөм) (¤)
валюта билдәләре (конкрет)
( ฿ ¢ $ ƒ £ ¥ )
Һирәк типографика
астеризм ()
интерробанг ()
ироник билдә (؟)
Башҡалар
Диакритик билдәләр
Шпация
Башҡа имләләрҙә
Армян пунктуацияһы
Ҡытай пунктуацияһы
Япон пунктуацияһы

Нөктәле өтөр — тыныш билдәһе.

Нөктәле өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәр араһында
  • ҡатнаш ҡушма һөйләмдәге эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр араһында.
  • теркәүесһеҙ тиң киҫәкле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
«

Арыҫландай ирҙәрҙе
Йыуаш ҡуйҙай итер хан,
Илеңде алыр ҡулыңдан,
Ғәскәр алыр улыңдан;
Тартып алыр малыңды,
Иҫәпкә алыр барыңды;
Боғаҙламай эсер ҡаныңды,
Үлтермәй алыр йәнеңде, ау,
Үлтермәй алыр йәнеңде.
(Ҡобайыр)

»
  • тиң хәл әйтемле ябай тарҡау һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
«

Киң юлда һуңғы биш йылда
Кемдәрҙер килә, донъя тетрәтеп,
Уттар яуҙырып, күктәр күкрәтеп;
Ерҙе нурлатып, тормош үҙгәртеп;
Дуҫты көлдөрөп, дошман илатып;
Меҫкен ҡарттарҙың йөрәген һыҙлатып,
Ҡолаҡ төбөндә моңдар сыңлатып...
(М. Ғафури.);

»
  • теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:

Берәүҙәр туй үткәрә, икенселәре тыуған көндәрен билдәләй; өсөнсөләр, һаҡалдарын һыйпап, һанаулы ҡалған йылдарҙың ҡәҙерле минуттарын кисерә. (Р. Низамов.);

Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә нөктәле өтөр ҡуйылһын өсөн, өтөр менән айырылған тиң киҫәктәр, йә айырымланған эйәрсән киҫәктәр йәки хәл әйтемдәре бирелеү талап ителә.

  • күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:

Күк йөҙөндә аҙ ғына ла болот әҫәре юҡ ваҡытта, бөтә дала үҙенең күкрәгенә ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр ҡаҙап байрам иткәндә; һауала, ағас башында, ҡурай өҫтәрендә, талдарҙың ботаҡтарында һандуғастар, ялан турғайҙары уҙышып-уҙышып һайрағанда, байып барған ҡояшҡа ҡарап һоҡланаһың, уны яратаһың. (Б. Ишемғолов.);

  • ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә. Мәҫәлән:
« Ай, тыуған ер, тыуған ер

Олатайҙар торған ер;
Йылҡылары сыңырлап,
Һыйырҙары мөңрәп,
Ҡуй-һарығы ҡуңырап,
Көтөү-көтөү йөрөгән ер;
Ятып ҡалған бер бәрәс
Йөҙ ҡуй булып үрсер ер;
Тороп ҡалған яңғыҙ тай
Өйөр булып йөрөр ер;
Атам кейәү булған ер,
Әсәм килен булған ер;
Кендегемде киҫкән ер,
Тәмле һыуың эскән ер.
(«Урал батыр».)

»