Азимут
Азимут (ғәр. سمت. йүнәлеш, юл, маҡсат; ғәр. السمت. السمت әс-симт, йәки ғәр. السموت. السموت ас-самут, «Аз» йәки «Az» тип билдәләнә ) — алдан һайланған йүнәлеш (мәҫәлән, төньяҡ) һәм бирелгән предметҡа йүнәлтелгән йүнәлеш араһында иҫәпләнгән горизонталь мөйөш.[1]
Азимут, ғәҙәттә, һайланған башланғыс йүнәлештән сәғәт уғы буйынса иҫәпләнә, әммә башланғыс йүнәлеш буйынса ла, иҫәпләү йүнәлеше буйынса ла (башланғыс йүнәлештең уң яғына йәки һул яғына) билдәләнергә мөмкин. Дирекция мөйөшө, румб һ. б. ориентирлашыу мөйөштәре азимуттың айырым осраҡтары булып тора.
Был төшөнсә навигацияла, астрономияла, инжинирингта, картографияла, сеймалсәнәғәтендә һәм баллистикала ҡулланыла.
Азимуттарҙың иҫәпләү цистемалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түңәрәк азимут һәр ваҡыт N (С (север), төньяҡ) нөктәһенән E (В (восток), көнсығыш) нөктәгә табан үлсәнә, йәғни сәғәт уғы буйынса 0-дән 360°-ға тиклем. Азимутты түңәрәк иҫәптә яҙғанда уның атамаһы күрһәтелмәй: А = 120° (сит илдә — Zn)[2].
Ярым түңәрәк азимут — күҙәтеүсе меридиандың төньяҡ йәки көньяҡ өлөшөнән E (В (восток), көнсығыш) йәки W (З (запад), көнбайыш) яғына 0°-тан 180°-ға тиклем үлсәнә.[3] Ярым түңәрәк иҫәпләгәндә иҫәпләүҙең E (В (восток), көнсығыш) йәки W (З (запад), көнбайыш) йүнәлеше күрһәтелә. Төрлө традицияларҙа ыңғай йәки кире мөйөштәр төрлөсә иҫәпләнә: сәғәт уғына ҡаршы йәки сәғәт уғы буйынса.
Квадрантлы (сирек түңәрәк) азимут — күҙәтеүсе меридиандың төньяҡ йәки көньяҡ өлөшөнән E (В (восток), көнсығыш) йәки W (З (запад), көнбайыш) яғына 0°-тан 90°-ға тиклем үлсәнә. Сирек түңәрәк иҫәпләүҙә иҫәпләүҙең йүнәлеше NE (СВ, төньяҡ-көнсығыш), NW (СЗ, төньяҡ -көнбайыш), SE (Көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, SW (Көньяҡ-көнбайыш) күрһәтелә.
Шулай уҡ түңәрәк азимутты тулы йәки бөтөн, ә түңәрәк булмаған (ярым түңәрәк һәм сирек түңәрәк) дифференциацияланған тип атайҙар.
Йүнәлеш | Түңәрәк азимут | Ярым түңәрәк азимут (сәҡәт уҡына ҡаршы «+») | Сирек түңәрәк азимут |
төньяҡ (С) | 0° йәки 360° | С 0° йәки Ю ±180° | С 0° |
төньяҡ-көнсығыш (СВ) | 45° | В −45° йәки З +135° | СВ 45° |
көнсығыш (В) | 90° | В ±90° | СВ йәки ЮВ 90° |
көньяҡ-көнсығыш (ЮВ) | 135° | В −135° йәки З +45° | ЮВ 45° |
көньяҡ (Ю) | 180° | С ±180° йәки Ю 0° | Ю 0° |
көньяҡ-көнбайыш (ЮЗ) | 225° | В +135° йәки 3 −45° | ЮЗ 45° |
көнбайыш (З) | 270° | 3 ±90° | СЗ йәки ЮЗ 90° |
төньяҡ-көнбайыш (СЗ) | 315° | В −135° или З +45° | СЗ 45° |
Азимут төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ориентирланмаған һәм ориентирланған азимуттар айырыла. Һуңғылары географик (ысын), магнит, тура һәм кирегә бүленә.
Әгәр башланғыс йүнәлеш өсөн географик меридиан ҡабул ителһә, ысын азимут тип атала; әгәр башланғыс йүнәлешендә магнит меридиан алынһа, магнит азимуты тип атала.
Абсолют азимут
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абсолют азимуттар абстракт объектҡа (мәҫәлән, полюс) йүнәлештән иҫәпләнә. Абсолют азимуттарға пеленг һәм румб ҡарай. Ысын йүнәлештәр тороу нөктәһе һәм Ерҙең географик йәки магнит полюстары (төньяҡ йәки көньяҡ) аша үтә. Сәғәт уғы йөрөшө буйынса үлсәнәләр.[4]
Магнит азимуты - компастың төньяҡ йүнәлешенән предметҡа (күҙгә күренгән һыҙыҡҡа) тиклем сәғәт уғы йөрөшө буйынса үлсәнә торған горизонталь физик мөйөш. Магнит азимуты компас ярҙамында билдәләнә. Уның ҡиммәттәре 0°-тан 360°-ға тиклем булырға мөмкин. Магнит азимуты һәр ваҡыт тура.[4]
Географик азимут Ag йәки дирекция мөйөшө горизонталь математик мөйөш, меридиандың төньяҡ йүнәлешенән сәғәт уғы йөрөшө буйынса ориентирланған һыҙыҡҡа тиклем иҫәпләнә. 0-дән 360°-ҡа тиклем булыуы мөмкин.
Географик азимут йүнәлешен топографик карталар (пландар) йәки аэроснимкаларҙа транспортир ярҙамында билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта 0 транспортир төньяҡ йүнәлештә урынлаштырыла һәм бирелгән объектҡа йүнәлеш буйынса мөйөшлө иҫәпләнә. Тура һәм кире булырға мөмкин. Азимут йүнәлештәге дөйөм азимут, ҡапма-ҡаршы билдәләнгән (тураға), кире азимут тура азимуттан 180°-ҡа айырыла.
Магнит меридиандан ысын меридианға күсеү өсөн күҙәтеү нөктәһендә магнит ауышлығын белергә кәрәк. Магнит ауышлығы дәүмәле күп карталарҙа күрһәтелә.
Магнитлы уҡтың ауышлығын белеп, компасы һәм ике ориентирлы (картала һәм урында танылған характерлы нөктәләре) булған осраҡта, яҡынса магнит азимуттын, ә һуңынан дирекция мөйөшөн билдәләргә мөмкин. Йүнәлештең магнит азимутының ҡиммәте буйынса , компас һәм ике иҫтәлекле урынға йүнәлтелгән карта менән үлсәнә.
Геодезик азимут
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Геодезик азимут - меридиан яҫылығы һәм нормаль аша үткән вертикаль яҫылыҡ араһындағы ике ҡырлы мөйөш, ул төньяҡҡа табан сәғәт уғы йөрөшө буйынса 0°-тан 360°-ҡа тиклем һуҙыла. Тура мөйөш менән текә һыҙыҡ аша үткән яҫылыҡ араһында бәйләнеш булдыра.[5][6][7]
Астрономик азимуттан геодезик азимутҡа күсеү өсөн ошо формула хеҙмәт итә.[7]
бында, һәм — меридиан һәм беренсе вертикаль яҫылыҡтарҙа күҙәтеү пунктында һыҙыҡтың тайпылыу компоненттары, — был пунктың киңлеге — арауыҡта күҙәтелгән нөктәнең зенит алыҫлығы. 90° яҡын булһа, Лаплас тигеҙләмәһе килеп сыға: [7].
Астрономик азимут
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күк есеме азимуты — математик офоҡ дуғаһы, көньяҡ нөктәһенән йондоҙҙоң вертикаль түңәрәгенә тиклем, йәки көндөҙгө һыҙыҡ менән математик офоҡ яҫылығының йондоҙға йүнәлеш һыҙығы аша үткән вертикаль яҫылыҡ менән киҫешкән һыҙығы араһындағы мөйөш.
Геологик азимуттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Навигация азимуттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пеленг
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пеленг күҙәтеүсе меридиандың төньяҡ өлөшө һәм күҙәтеү нөктәһенән объектҡа йүнәлеш араһындағы горизонталь мөйөш; сәғәт уғы йөрөшө буйынса нулдән (төньяҡҡа табан ҡаты йүнәлеш, N) түңәрәктең тулы дуғаһына тиклем (0°-тан 360°-ға тиклем) үлсәнә.[8]
Румб
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Румб меридиандың ориентир йүнәлеше һәм объектҡа йүнәлеш араһындағы горизонталь мөйөш; сәғәт уғы буйынса йәки ҡаршы яҡта үлсәнә. Меридиандың ориентир йүнәлештәре һәм иҫәпләнгән мөйөштәрҙең диапазоны бер-береһенән һиҙелерлек айырылып торорға мөмкин.
Сағыштырмаса азимут
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сағыштырма азимуттар хәрәкәт йүнәлешенән йәки хәл ителеүсе мәсьәлә өсөн мөһим булған башҡа һайланған йүнәлештән иҫәпләнә.
Геодезия һәм Навигация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Курс мөйөшө йәки сағыштырма пеленг
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Курс мөйөшө — судноның диаметраль яҫылығы (күсәре) менән объекттың йүнәлеше араһындағы мөйөш. Курс мөйөшөн иҫәпләү судноның алғы өлөшөнән сәғәт уғы буйынса түңәрәк буйлап 0-дән 360°-ға тиклем йәки ярым түңәрәк иҫәбе менән судноның алғы өлөшөнөң 0-дән 180°-ға яҡын иҫәпләп башҡарыла.[9]
90° курс мөйөшө (уң йәки һул бортҡа) траверз тип атала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комп.
- Пеленга
- Географик координаталар
- Суднолар курсы
- Секстант
- Зенит
- Засечка (координаталарын билдәләү)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Баранов Х. К. Арабско-русский словарь: Ок. 42 000 слов / Под ред. В. А. Костина. — М., 2001. — С. 372. — 944 с. — ISBN 5-901278-01-1.
- ↑ Сферические координаты светил . Дата обращения: 29 сентябрь 2019. Архивировано 27 декабрь 2018 года.
- ↑ 3. Мореходная астрономия . Дата обращения: 29 сентябрь 2019. Архивировано 29 сентябрь 2019 года.
- ↑ 4,0 4,1 Лахин А. Ф., Бызов Б. Е., Прищепа И. М. Военная топография для курсантов учебных подразделений. — Москва: Военное издательство Министерства обороны СССР, 1973. — С. 49—50. — 224 с.
- ↑ ГОСТ 22268-76 п.57
- ↑ «Геодезический азимут» . Дата обращения: 24 ғинуар 2020. Архивировано 12 октябрь 2019 года.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Лапласа азимут : Энциклопедия БСЭ - alcala.ru . Дата обращения: 24 ғинуар 2020. Архивировано 24 ғинуар 2020 года.
- ↑ ГОСТ 23634-83 . Дата обращения: 28 май 2020. Архивировано 30 сентябрь 2020 года.
- ↑ § 8. Истинный курс. Истинный пеленг. Курсовой угол . Дата обращения: 27 сентябрь 2019. Архивировано 27 сентябрь 2019 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кононович Э. В., Мороз В. И. Общий курс астрономии. М.: Едиториал УРСС, 2004. — 544 с. — ISBN 5-354-00866-2.
- Энциклопедический словарь юного географа-краеведа. 2022 йыл 6 октябрь архивланған. / Ред. колл., Карпов Г. В. (сост.) и др. — М.: Педагогика, 1981. — 384 с. — С. 9—10.
- Азимут // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2004. — Т. I. — ISBN 9965-9389-9-7.
- Азимут светила // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)