Ижора (йылға)
Ижора | |
Ҡайҙа ҡоя | Нева |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Винокурка[d], Большая Ижорка[d], Парица[d], Чёрная река[d] һәм Вёревка[d] |
Һыу йыйыу бассейны | бассейн Невы[d] |
Бассейн майҙаны | 1000 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ленинград өлкәһе һәм Санкт-Петербург |
Оҙонлоҡ | 76 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Ижоры[d] |
Ижора Викимилектә |
Ижора (фин. Inkere) — йылға, Неваның түбәнге һул ҡушылдығы.
Башланғысын Гатчина районының Ижора ҡалҡыулығында Скворица ауылы янындағы шишмәнән ала. Ленинград өлкәһенең Нева яны үҙәне буйлап Гатчина, Тосненский райондары һәм Санкт-Петербургтың Колпиский районы территориялары буйлап аға. Йылға икенсе категориялы һыуҙы файҙаланыу һыу ятҡылығына, йәғни мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешендәге объектҡа ҡарай
Атамаһының килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме — элек был урында йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының ижора һүҙенән килеп сыҡҡан[2]. Шулай уҡ гидронимдың фин. linkeri — «бормаланып» тигән һүҙҙән килеп сығыу версияһы бар, ул боронғо урыҫ телендәге «Ижера» һүҙенән үҙгәртелгән[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIII—XV быуаттарҙа Ижора бассейнындағы ерҙәр Новгород Республикаһы Водский пятинаһының Ижора зыяраты составына инә.
1240 йылдың 15 июлендә Новгород һәм Ладоганан сағыштырмаса ҙур булмаған дружинаһы менән Александр Невский шведтарҙың өҫтөнә килеп баҫа, улар Ижора тамағы янында лагеры менән ял итергә туҡтаған була, Александр Невский уларҙы тулыһынса ҡыйрата.
1500 йылғы Китап мәғлүмәттәре буйынса Ижорала 62 ауыл урынлашҡан була. XVII быуат башында ерҙәрҙе Швеция баҫып ала, уларҙың карталарында Ижора Ingris (Ischora) тип билдәләнә. Рәсәйгә 1700—1721 йылдарҙа Төньяҡ һуғышы барышында кире ҡайтарыла
XVIII быуат башында Ижорала Ижора заводтарына башланғыс биргән тирмән һәм хәҙерге Колпиноға һыу йыйыу өсөн күп һанлы быуалар төҙөлә ( XIX быуат башы таш быуаһы һаҡланған). XIX быуат башында Колпинолағы йылғала гидротехник ҡоролмалар бик ныҡ үҙгәрә. Ижора төбөн таҙартыу һәм тәрәнәйтеү буйынса эштәр башҡарыла, йылға арҡыры ҙур яңы быуа төҙөлә (ғәмәлдә — үҙәгендә һыу үткәрә торған система менән дамба),аҙағында быуа менән, артыҡ ташҡын һыуҙарын ағыҙыр өсөн һул яр Ярымтүңәрәк канал һәм яңы Тура канал төҙөлә (1809 йылда төҙөлөш тамамлана, хәҙер Комсомол каналы)Мәскәү тракты менән киҫелешкән урында XVIII башында Ям почта станцияһы (хәҙер Ям-Ижора ҡасабаһы).
«§ 1057. Вверьях по Ижоре, у Ижорского яму по большой Московской дороге находится уже свыше 20 лет на казенное иждивение построенный каменный оспопрививательный дом, в коем на казенное жалованье состоящий лекарь осенью и весною прививает оспу приводимым туда детям сельских жителей и имеет попечение о безденежном смотрении за оными до совершенного их выздоровления.»[4]
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1941 йылдың авгусынан алып 1944 йылдың ғинуарына тиклем фронт линияһы Колпинонан өҫтә Ижораны киҫеп үтә.
Географик мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо 76[5][6] йәки 83[7] йәки 87[8] км, бассейны майҙаны — яҡынса 1 мең км². Йылғаның киңлеге һәм тәрәнлеге тамағынан Коммунар ҡалаһына үҙгәрә. Инешендә йылға киңлеге — 2,36 метр, тәрәнлеге — 66 см[6]. Коммунар ҡалаһы янында йылға киңлеге 32 метр, максималь тәрәнлеге — 2,49 м[6]. Тамағында максималь киңлеге 60 метр һәм киңлеге 4 метр тәшкил итә. Йылғаның кәмеүе 90 метр тәшкил итә. Һыу температураһы 6-8 градустан алып 13-14 градусҡа тиклем үҙгәрә.
Йылғаның туҡланыуы — карст-ямғыр[9].
Йылға бассейны ярҙарының күп өлөшөн болондар, һөрөнтө ер, ҡыуаҡтар биләй, урман юҡ. Үҙәненең башында үлән ныҡ баҫа. Төбө ташлы, урыны менән ҡомло, һикәлтәләрендә — һарыҡташ өйөмдәре менән плитанан тора. береһе менән плитняк сағыла һарыҡташ. Ҡайһы бер ярҙарында зәңгәр балсыҡ, ҡомташ һәм эзбизташ сығыштары күренә
Ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижора йылғаһының 200-ҙән ашыу ҡушылдығы бар: уларҙың туғыҙының оҙонлоғо 10 км артыҡ[9]. Ә, ғөмүмән, йылға бассейны территорияһында 466 йылға бар
1851 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Ижора йылғаһы Пудость һәм Веревка йылғалары ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә[10]. Хәҙерге сығанаҡтар Пудость һәм Соколовка йылғаларының Скворица ауылында ҡушылыуын күрһәтә[9]. Ижора йылғаһы Нева йылғаһының түбәнге һул ҡушылдығы булып тора[9].
Төп ҡушылдыҡтары (Скворицанан көнбайыштан алып көнсығышҡа ҡарай Неваға ҡушылғанға тиклем):
- Парица (сығанаҡтан 64 км алыҫлыҡта) — оҙонлоғо 13 км
- Теплая — 4,8 км оҙонлоғонда
- Веревка (сығанаҡтан 58 км алыҫлыҡта) — оҙонлоғо 11 км.
- Лиговка — оҙонлоғо 11 км.
- Черная (сығанаҡтан 30 км алыҫлыҡта) — оҙонлоғо 23 км
- Винокурка (сығанаҡтан 26 км алыҫлыҡта) — оҙонлоғо 25 км, ҡушылдығы менән Полисарка (Ижора ҡушылдығы) (оҙонлоғо 15 км)
- Попова Ижорка (һул ҡушылдыҡ) — оҙонлоғо 12 км.
- Оло Ижорка (уң ҡушылдыҡ) — оҙонлоғо 14 км (Кесе Ижорка ҡушылдығы менән).
Экологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылда Ижора заводының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге лабораторияһы Ижора йылғаһының ағынты һыуҙарына анализ үткәрә[6]. Скворица ауылы эргәһендә Ижора йылғаһының башы урынлаша. Ижора үрендә һыу таҙа була (һыуҙың бысраныу индексы, ҡыҫҡсаа ИЗВ, 0.71 тигеҙ)[6]. Һыу сифаты Лукаши ҡасабаһы эргәһендә күпкә насарая, унда таҙартыуҙың иҫке ысулы ҡулланыла (һыуҙы хлорлау) һәм Ижораға таҙартылмаған һыу сығарыла[6]. Артабан Вайя ауылы янында йылға һыуы уртаса баһа ала (ИЗВ = 1.7)[6]. Шулай итеп, йылға ағымы буйлап аҫҡа табан һыу сифаты насарая, ул бысраҡлана бара, Коммунар ҡалаһы янында зоологтар һәм химиктар тарафынан бысраҡ тип баһалана[6].
Йылғаға антропоген йөкләнеш 1990 йылдан 1997 йылға тиклем кәмей[6].
Ижора һыуҙары сәнәғәт ағынтылары менән бысрана (Неваның иң бысранған ҡушылдыҡтарының береһе). Ижора йылғаһы карст күп булған рельеф буйлап аға, шуға күрә һыуҙың бер өлөшө зарарлы матдәләр менән тупраҡҡа һеңә[9].
Ижораның гидрологик үҙенсәлектәре арҡаһында матдәләрҙең байтаҡ өлөшө төбөндә тупланмай, ә Неваға һәм Балтик диңгеҙенә сығарыла[6]. Ижораға эләккән бысраҡ матдәләр Неваға 4,5 км/сәғ тиҙлек менән хәрәкәт итә. Йылғаның ҙур булмаған оҙонлоғо һәм ҙур тиҙлеге арҡаһында бысраҡ матдәләр Неваға 16 сәғәттән һуң, ә бер тәүлектән һуң Балтик диңгеҙенә эләгә[9].
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Колпинола Ҡала баҡсаһынан йылғаға күренеш
-
Адмиралтейский күперенән йылғаға күренеш
-
Адмиралтейский күперенән йылғаға күренеш
-
Азатлыҡ бульварынан Ижора Мәҙәниәт йортона күренеш
-
Оборона күпере
-
Оборона күперенән йылғаға күренеш
-
Ял итеү һәм Мәҙәниәт паркы («Чухонка»)
-
Ял итеү һәм Мәҙәниәт паркында пляжда («Чухонка»)
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Балтика бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Нева, бәләкәй йылға бассейны — Нева һәм Ладога күле йылға бассейны (Свирь һәм Волхов бассейндарын индермәйенсә, бассейндарҙың Рәсәй өлөшө). Нева йылғаһы йылға бассейнына ҡарай (Онега һәм Ладога күлдәренең бассейндарын индереп)[5].
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 01040300312102000008890[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Ижора - это не только река. gazeta.aif.ru. Дата обращения 3 января 2017.
- ↑ Поспелов Е. М. Ижора // Географические названия России : топонимический словарь : более 4 000 единиц. — М. : АСТ, Астрель, 2008. — С. 201. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.
- ↑ И. Г. Георги. Описание российско-императорского столичного города САНКТ-ПЕТЕРБУРГ и достопримечательностей в окрестностях оного, с планом, 1794 год
- ↑ 5,0 5,1 5,2 «Ижора» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 Цветкова и др., 1998
- ↑ Река Ижора.www.dtdm.spb.ru.Дата обращения 11 января 2019.
- ↑ Река «Ижора».www.aquaexpert.ru.Дата обращения 11 января 2019.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Киш, Осьмак, 1998
- ↑ Река Ижора . Дата обращения: 11 ғинуар 2019.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киш В., Осьмак Н. Комплексный мониторинг экологического состояния рек Ижоры и Оредежа // Внешкольная экология : Сборник 7 : сб. — Гатчина — Гатчинский Район — Санкт-Петербург — Кронштадт, 1998.
- Ижора, река С.-Петербургской губернии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ижора // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- Цветкова О., Калинина О., Антипова О., Левых Е., Веселова Н. Комплексное экологическое исследование реки Ижоры // Внешкольная экология : Сборник 7 : сб. — Гатчина — Гатчинский Район — Санкт-Петербург — Кронштадт, 1998.