Эстәлеккә күсергә

Марио Лемье

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марио Лемье
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Канада
 Америка Ҡушма Штаттары
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Канада
Ҡушамат Ace һәм Le Magnifique
Тыуған көнө 5 октябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[2][3][4] (59 йәш)
Тыуған урыны Монреаль, Квебек[d], Канада[1]
Бер туғандары Alain Lemieux[d]
Һөнәр төрө хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы центральный нападающий[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республиканская партия[d]
Спорт командаһы ағзаһы Питтсбург Пингвинз[d]
Масса 107 килограмм
Спорт төрө Шайбалы хоккей[5]
Ударная рука правый[d]
Задрафтован Питтсбург Пингвинз[d]
Ҡатнашыусы 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d]
Лигала уйнай Милли хоккей лигаһы[6]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы организация 501(c)(3)[d][7]
Дөйөм килем 4 063 024 $ (2019)[7]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Питтсбург[d], Пенсильвания, Америка Ҡушма Штаттары[7]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
кавалер ордена Канады кавалер Национального ордена Квебека

Зал славы ИИХФ[d] (2008)

Канадская Аллея славы[d] (2004)

Харт Трофи[d] (1996)

Харт Трофи[d] (1993)

Харт Трофи[d] (1988)

Арт Росс Трофи[d] (1988)

Арт Росс Трофи[d] (1989)

Арт Росс Трофи[d] (1992)

Арт Росс Трофи[d] (1993)

Арт Росс Трофи[d] (1996)

Арт Росс Трофи[d] (1997)

Билл Мастертон Трофи[d] (1993)

Колдер Трофи[d] (1985)

Конн Смайт Трофи[d] (1991)

Конн Смайт Трофи[d] (1992)

Lester B. Pearson Award[d] (1986)

Lester B. Pearson Award[d] (1988)

Lester B. Pearson Award[d] (1993)

Lester B. Pearson Award[d] (1996)

НХЛ плюс/минус[d] (1993)

Зал славы квебекского спорта[d]

Зал славы канадского спорта[d]

Зал хоккейной славы[d]

Приз Лестера Патрика[d] (2000)

Уйналған матчтар һаны 915[6]
Бейеклеге/буйы 194 сантиметр
Рәсми сайт mariolemieux.org
Пожертвования 3 150 727 $[8]
Количество голов за карьеру 690[6]
Количество ударов по воротам за карьеру 3633[6]
Количество очков за карьеру 1723[6]
Количество голевых передач за карьеру 1033[6]
Количество штрафных минут за карьеру 834[6]
Карьерный рейтинг плюс-минус 114[6]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 215 466
 Марио Лемье Викимилектә

Марио Лемье[9] (франц. Mario Lemieux, МФА maʁjo ləmjø; 5 октябрь 1965 йыл, Монреаль, Канада) — Канада хоккейсыһы, үҙәк һөжүмсе, күп йыл дауамындағы капитан, ә бөгөнгө көндә НХЛ-дың «Питтсбург Пингвинз» клубы хужаһы (1999 йылдан алып).

«Питтсбург Пингвинз» командаһы тарафынан 1984 йыл драфтында беренсе номер аҫтында һайлана. 1984—2005 йылдарҙа «Питтсбург Пингвинз» составында Милли хоккей лигаһында 18 миҙгел уҙғара һәм командаһы менән уйынсы сифатында ике Стэнли Кубогын (1991, 1992) яулауға һәм өсәүһендә (2009, 2016, 2017) хужа булараҡ еңеүгә өлгәшә. Канада Кубогы (1987), хоккей буйынса Донъя кубогы (2004) эйәһе, Канада йыйылма командаһы составында Солт-Лейк-Сити-2002 олимпия чемпионы.

Бер нисә абруйлы индивидуаль трофей яулай: лиганың иң әһәмиәтле уйынсыһы булараҡ, 3 тапҡыр «Харт Мемориал Трофи» яулай; иң яҡшы һөжүмсе булараҡ, 6 тапҡыр «Арт Росс Трофи» ала; плей-оффтың иң яҡшы уйынсыһы булараҡ, 2 тапҡыр «Конн Смайт Трофи» яулай; 4 тапҡыр «Лестер Пирсон Эворд» һәм 1 тапҡыр «Билл Мастертон Трофи»ға лайыҡ була[10]. 1984 йылда шулай уҡ лиганың иң яҡшы яңы уйынсыһы тип таныла һәм «Колдер Трофи» алыуға өлгәшә. НХЛ-дың регуляр миҙгелендә 915 матч үткәрә һәм 1723 мәрәй йыя (690 гол, 1033 тапшырыу)[11]. Әлеге ваҡытта был НХЛ тарихында һигеҙенсе һөҙөмтә күрһәтә[12]. Стелли кубогының плей-офф уйындарында 107 уйында ҡатнашып, 172 мәрәй йыя (76 гол, 96 тапшырыу). НХЛ йондоҙҙарының бөтә 10 матчында ла ҡатнаша. Өс тапҡыр иң әһәмиәтле уйынсы исеменә лайыҡ була (1985, 1988, 1990).

Ике тапҡыр карьераһын тамамлай: тәүге тапҡыр 1997 йылда арҡаһын ауырттырғас (2000 йылда кире ҡайтты), икенсе тапҡыр 2006 йылда йөрәге менән проблемалар барлығы асыҡланғас. Марио Лемье — карьераһы тамамланыу менән, исеме Хоккей даны залына индерелгән НХЛ-дың һирәк уйынсыларының береһе. 2000 йылда ҙур спортҡа кире ҡайтҡан Горди Хоу һәм Ги Лафлерҙан һуң, ул — Хоккей даны залына ағза итеп алынған өсөнсө кеше. 2004 йылда Канаданың «Дан аллеяһына» индерелә. 2009 йылдың 17 июнендә Милли Квебек ордены рыцары тигән исем ала.

Уйын ваҡытында тамаша ҡора белгәне һәм спорттағы күренекле ҡаҙаныштары өсөн, көйәрмәндәр уға «Иң яҡшы» (франц. Le Magnifique, ингл. The Magnificent) һәм видеоуйын персонажы исеме менән «Супермарио» тигән ҡушамат бирәләр. Уйын номеры — «66».

Үҫмер сағы һәм башланғыс карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Марио Лемь «Вуазен де Лаваль (фр.)баш.» командаһы формаһында, 1984 йыл

Марио Лемье 1965 йылдың 5 октябрендә Монреаль янындағы биҫтәлә төҙөүсе Жан-Гө (франц. Jean-Guy Lemieux) һәм хужабикә Пьерретт Лемь (франц. Pierrette Lemieux) ғаиләһендә тыуа. Марио ғаиләлә өсөнсө бала була. Ул үҙенең ике Ален һәм Ришар менән бала сағын Монреалдең Виль-Эмар (Ville-Émard) тигп аталған эшселәр районында үткәрә. Лемье өс йәшенән үк хоккей уйнай башлай. Ағалары үҙҙәре йәшәгән йорттоң баҙында шешә ҡапҡастарын шайба итеп уйнарға яратҡан була[13]. Аталары уларҙың хоккей менән мауығын һәр саҡ хуплай, хатта йорт алдындағы аҡланда, улдары даими шөғөлләнә алһын өсөн, боҙлоҡ та эшләп бирә[14]. Ғаилә легендаһына ярашлы, аталары ҡунаҡ бүлмәһен тығыҙлап ҡатырылған ҡар менән тултырыр булған, һәм унда ҡараңғы булған саҡтала ла хоккей уйнау мөмкинселеге тыуған[15]. Пьереттоның пиониноһы улар өсөн ҡапҡа ролен үтәгән[16]. Шулай уҡ Сен-Жан-де-Мата сиркәүенең артында урынлашҡан күршеләге боҙлоҡта ла Марио үҙенең ағалары менән хоккей уйнаған[17]. Мәктәптәге дәрестәрҙән һуңғы буш ваҡытын ул боҙлоҡта бишәр сәғәткә тиклем күнекмәләр менән шөғөлләнгән[18].

Бәләкәй сағынан уҡ Марионың хоккейға ҡарата ғәҙәттән тыш һәләте бар икәне асыҡлана. 1972—1973 йылдарҙа ул «Харрикейнз де Виль-Эмар» (Hurricanes de Ville-Émard) командаһы өсөн Atom А категорияһында уйнай һәм Монреальҡалаһы чемпионы титулын яулай[19]. Был командала йәш Лемье киләсәктә НХЛ-дың буласаҡ уйынсылары Марк Бержевен һәм Жан-Жак Дэньо менән дуҫлаша[20]. Ул балалар командаларында бер матч ваҡытында 5-6 гол индерә, ә 14 йәшендә ул НХЛ-да уйнаясаҡ, тип юрайҙар.1980 йылда Лемье үҫмерҙәрҙең «Конкордия» командаһы составында 62 гол индерә һәм 47 матч эсендә 127 минутлыҡ штраф ала.

Марио үҙ карьераһын «Вуазен де Лаваль» — Квебектың төп юниор хоккей лигаһы командаһында башлай. Бында ул өс миҙгел үткәрә. Уның сығыш яһау йылдары иҫ китмәле һөҙөмтәле булыуы менән айырыла. Әле драфта уҡ ул миҙгел эсендә йыйған мәрәйҙәр һәм индерелгән шайбалар һаны буйынса лига рекордын уҙып китергә йыйыныуы тураһында белдерә. 1983/84 йылдар миҙгелендә Лемье 70 уйында 282 мәрәй (133 гол һәм 149 тапшырыу) йыя һәм шуның менән яңы рекорд ҡуя (унан алдағы рекордты Пьер Ларуш ҡуя, уның мәрәйҙәр һаны — 252). Миҙгелдең һуңғы уйыны алданан уға 160 шайба индергән Ли Гефлерҙың рекорды менән тигеҙләшеү өсөн, тағы ла өс шайба индерергә кәрәк була. Лемье алты гол индерә һәм биш гол тапшырыуы яһай, уның командаһы 16-4 иҫәбе менән еңеп сыға16-4[21]. Квебекта үткән юниорҙар лигаһындағы өс миҙгел эсендә Лемье 562 мәрәй йыя (247 гол, 315 тапшырыу).

НХЛ-дағы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1984 йылда Мариоға НХЛ драфына сығыр ваҡыт еткәс, үҫмерҙәр хоккейындағы ҙур уңыштары уны үҙенә алырға теләүселәрҙең күплегенән сират барлыҡҡа килтерә. Канаданың бөтә малайҙары кеүек үк Марио ла легендар «Монреаль Канадиенс» төҫөн яҡларға хыяллана. Әммә яҙмыш икенсе төрлө хәл итә. 1983/84 миҙгел барышында «Пингвинза Питтсбург» лигаһында аҙаҡҡы урын биләй һәм драфт тарихында беренсе тапҡыр тәүге урынға дәғүә итә. Кемдең беренсе булып һайланасағына берәү ҙә шикләнмәй. Күп кенә клубтар Марионы үҙҙәренең сафында күрергә теләй. «Квебек Нордикс» клубы «Пингвиндарға» Марио урынына ағалы-ҡустылы өс Штястнды (Петер, Антон һәм Марианды), «Миннесота Норт Старз» иһә үҙенең1984 йылғы драфының бөтә номерҙарын тәҡдим итә. Әммә «Стальной» ҡалаһы клубы етәкселеге үҙ һүҙендә ныҡ тора — бары тик Марио Лемье ғына «Пингвиндың» яңы йөҙө һәм лидеры булырға тейеш. Марионың үҙенә килгәндә иһә, ул тәрән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо кисерә. Уны команданың аутсайдер статусы ла, финанс шарттары ла, «Пингвиндың» АҠШ-та урынлашыуы ла ҡәнәғәтләндермәй. Хатта шуға тиклем барып етә: Лемье тәүҙә яңы команда свитерында фотоға төшөүҙән дә баш тарта. Әммә команданың генераль менеджеры Эдди Джонстон үҙ һүҙле үҙәкфорвардҡа ике йыллыҡ контракт тәҡдим итеп, килешеүгә өлгәшә. Был контракт буйынса, Лемье 600 мең $ эш хаҡы һәм 150 мең $ приз фонды алырға тейеш була[22].

1984/85 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

НХЛ тарихында драфта юғары баһаланған уйынсылар өлкәндәр хоккейында үҙҙәрен күрһәтә алмаған хәлдәр ҙә була. Марио үҙе менән бындай хәлдең булмаясағына шунда уҡ барыһын да инандыра. Үҙенең тәүге шайбаһын ул «Бостон Брюинзға» ҡаршы уйнаған беренсе матчта уҡ бер һуғыуҙан ҡапҡаға индерә. Үҙҙәренең күк һыҙығында Лемье Рэй Буркты отоп, бер үҙе Пит Питерсҡа ҡаршы сыға һәм ҡапҡаның аҫҡы мөйөшенә тейҙерә. «Пингвиндарҙың» үҙҙәрендә үткән уйында тулы аншлаг була. Питтсбург халҡы Лемьеның уйынын үҙ күҙҙәре менән күрергә теләй. Марио уларҙың өмөттәрен аҡлай: ул үҙенең гол тапшырыуы үтәүе һәм Гари Лупул менән сәкәләшеүе арҡаһында ла айырыла. Дебют миҙгеле эсендә Лемье барлығы 100 мәрәй (43 гол, 57 тапшырыу) йыя, лига тарихында яңы уйынсы өсөн был өсөнсө һөҙөмтә була. Бары тик Дэйл Хаверчук һәм Петер Штястн ғына унан күберәк мәрәй йыя. Марио НХЛ-дың бөтә йондоҙҙары матчына саҡырыу ала, унда ла MVP All-Star Game исемен яулап, бөтә хоккей донъяһын тағы ла хайран итә. Миҙгел тамамланғас, Лемье лиганың иң яҡшы яңы уйынсыһы булараҡ, «Колдер Трофи» ала. Марио Лемьеның һөҙөмтәле һәм тамашасы өсөн мауыҡтырғыс уйыны, асылда, «Пингвиндарҙы» банкротлыҡтан һаҡлап алып ҡала, ә Питтсбург халҡының хоккей менән ҡыҙыҡһыныуы арта.

Лемьеның хоккей йылы Прагала үткән донъя чемпионатында тамамлана, унда ул Канада йыйылма командаһына СССР йыйылма командаһын еңергә һәм беренселектең көмөш миҙалын яуларға ярҙам итә. Лемье шәхсән үҙе 9 матчта 10 мәрәй йыя һәм турнирҙың төп асышы тип таныла.

1985/86 һәм 1986/87 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1985/86 миҙгелдә Лемье 141 мәрәй (48 гол, 93 гол тапшырыуы) йыя. Бары тик Уэйн Гретцки ғына миҙгел эсендә унан күберәк мәрәй йыя, уның һөҙөмтәләре әлеге көндә лә НХЛ рекорды (215 мәрәй) булып тора. Миҙгел йомғаҡтары буйынса, Лемье «Лестер Пирсон Эворд» наградаһына лайыҡ була, бындай бүләкте регуляр чемпионатта үҙ командаһының уңышына ҙур өлөш индергән хоккейсыға тапшыралар. Бының менән, Марио Гретцкиҙың был премияны бер-бер артлы дүрт йыл алыу серияһын туҡтатыт

Лемья тырышлығы арҡаһында «Пингвин» ярайһы уҡ алға китә һәм, унан алдағы миҙгелгә ҡарағанда, 23-кә күберәк мәрәй йыйып, 76 мәрәй туплай, иллә мәгәр был уларға плей-офф стадияһына эләгергә мөмкинлек бирмәй. Лемье ошо уҡ йылды үҙ командаһы менән яңы контракт төҙөй һәм Гретцкиҙан һуң иң юғары эш хаҡы алған уйынсыға әйләнә.

Марио үҙенең өсөнсө уйын миҙгелендә, йәрәхәт алыуы арҡаһында, 17 матчты үткәреп ебәрергә мәжбүр була. Шулай ҙа йыйған 107 мәрәйе уға бомбордирҙар бәхәсендә Уэйн Гретцки (183 һөҙөмтәле балл) һәм Яри Курриҙан (108) һуң өсөнсө булырға мөмкинлек бирә.

1987 йылдың йәйендә Лемье Канаданың йыйылма командаһы составында Канада кубогында ҡатнаша. Көсөргәнешле көрәштә почетлы трофейҙы Канада хоккейсылары яулай, ә Марио турнирҙың иң яҡшы снайперы булараҡ ҡына түгел (11 шайба индергән), ә СССР йыйылма командаһы менән хәл иткес өсөнсө уйында еңеү шайбаһының авторы булараҡ та (Гретцки тапшырыуы менән) Канаданың ысын геройына әйләнә.

1987/88 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канада кубогында яулаған тәжрибә шунда уҡ үҙен һиҙҙерә. 1987/88 йылдар миҙгелендә Лемье тәүге тапҡыр Уэйном Гретцки менән тигеҙләшә. 168 мәрәй йыйып, һәм лиганың иң яҡшы бомбордиры булараҡ, ул үҙенең тәүге «Арт Росс Трофиһын» ала. Быға тиклемге 7 йылда был наградаға тик Гретцки ғына эйә булған була. НХЛ тарихында 168 мәрәйле һөҙөмтә тик ике кешегә — Уэйн Гретцкиға һәм Марио Лемьеға ғына буйһона. Марио лига тарихында миҙгелдә 70 шайба индергән (элек бындай форсат Фил Эспозито, Гретцки һәмЯри Курриға ғына эләгә) дүртенсе хоккейсы, шулай уҡ Гретцкиҙан ҡала бер уйында уртаса икенән күберәк мәрәй йыйған икенсе уйынсы була. Лемье шулай уҡ «Харт Мемориал Трофи» һәм сираттағы «Лестер Пирсон Авард» наградаларын яулай. Марионың һөҙөмтәле уйнауына ҡарамаҫтан, Пингвиндар Стенли кубогына тағы үтә алмай.

Шул уҡ миҙгелдә Марио Лемье «Бөтә йондоҙҙар матчында» ҡатнаша һәм уйын барышында 6 мәрәй йыйып (3 гол, 3 тапшырыу), овертаймдағы еңеү шайбаһын да иҫәпкә алып, иң әһәмиәтле уйынсы тип танылаи. Әлегә тиклем лига тарихында был иң яҡшы абсолют һөҙөмтәһе булып тора.

1988/89 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был миҙгелдә Марио Лемье иң көслөһө була. Ул бик еңел генә сираттағы «Арт Росс Трофи», «Харт Трофи» һәм «Лестер Пирсон Авард» наградаларын яулай. 76 уйында Лемье 199 мәрәй (85 гол һәм114 тапшырыу) йыя[23], бының менән ул Гретцкиҙы 30 мәрәйгә уҙып китә. Лига тарихында 200 мәрәй билдәһенә еткән уйынсылар араһында Гретцкиҙан һуң икенсе урында булыу өсөн, уға ни бары бер генә мәрәй етмәй. Лемье миҙгел эсендә 80 гол индергән тарихтағы икенсе уйынсы була. Уға тиклем әлеге сик ике тапҡыр — Гретцкиға, ә унан һуң 1990/91 йылдар миҙгелендә Бретт Халлға буйһона. Марио лига тарихында шул уҡ Гретцки һәм Бобби Орранан ҡала, бер миҙгелдә 100 һөҙөмтәле тапшырыу эшләгән уйынсыларҙың өсөнсөһө була. Бынан тыш, «Бөйөктөң» рекордтарының береһен уҙып китергә насип була — команда әҙселектә уйнағанда ла ул миҙгел эсендә 13 гол индерә. Лемье — 50 уйында 50 гол индергән тарихтағы бишенсе (ҡайһы бер фараздар буйынса дүртенсе) уйынсы. Уға тиклем Морис Ришар, Майк Босси, Уэйн Гретцки (өс тапҡыр) һәм Яри Курриҙар ғына быны эшләүгә ирешә. Һуңыраҡ был иҫ киткес һөҙөмтәләргә Бретт Халл (ике тапҡыр), Кэм Нили, Александр Могильный һәм тағы ла ике тапҡыр Марио үҙе өлгәшә.

1988 йылдың 30 октябрендә «Мэдисон-сквер-гарденда» үткән «Нью-Йорк Рейнджерсҡа» ҡаршы уйналғын матчта хужаларҙың һаҡсыһы Дэвид Шоу Марио Лемьеның күкрәгенә ныҡ итеп һуға. Бынан һуң ул биш минуттан артыҡ күтәрелә алмай ята. Инцидент өсөнсө осор башында була һәм команда уйынсылары араһында сәкәләшеүгә сәбәпсе була. Сәкәләшкәндәрҙе тынысландырыу өсөн ике сәғәттәй ваҡыт талап ителә. Бөтә штраф ваҡыты 300-ҙән ашыу минут тәшкил итә, шул иҫәптән, сәкәләшеү өсөн16 ҙур штраф бирелә. Лемье бик ныҡ ҡына итеп күкрәген имгәтә, ә Шоу 12 уйынға дисквалификациялана.

1988 йылдың 31 декабрендә күптәр лига тарихының иң сағыу ҡаҙанышы тип атаған хәл була. Марио Лемье «Нью-Джерси Девилза» командаһына ҡаршы уйында бөтә булған мөмкинлектең барыһында ла 5 шайба индерә: тигеҙ уйнағанда ла, күпселектә уйнағанда ла, аҙсылыҡта уйнағанда ла, буллитты тормошҡа ашырғанда һәм буш ҡапҡаға индергәндә лә. Уға тиклем дә, унан һуң да бындайҙы бер кем дә башҡара алмай.

Әммә иң мөһиме — «Пингвин» 7 йыл эсендә беренсе тапҡыр плей-оффҡа эләгә. Уларҙың был юлы ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, икенсе раундта Питтсбург Нью-Йорктың «Рейнджерсынан» еңелһә лә, Марио Лемье 11 уйында 19 мәрәй йыйып өлгөрә, шул иҫәптән, 12 гол индерә. Бының менән ул лиганың плей-офф уйындарындығы голдар һәм мәрәйҙәр һаны буйынса рекордын ҡабатлай. «Филадельфия Флайерз» командаһына ҡаршы уйында Лемье 8 мәрәй йыя (5 гол, 3 тапшырыу). «Пингвин» ул ваҡытта 10-7 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшә.

1989/90 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҡ ошо миҙгелдә Лемьеның бик ныҡ итеп арҡаһы ауырта башлай. Ҡайһы ваҡыт ул шул тиклем ныҡ ауырта, хатта Марио сисенеү бүлмәһенә килгәнендә лә ғәҙәттәгесә сисенә алмай ыҙалана: ул кейеменең һиҙәптәрен ысҡындыра ла, иҙәнгә шыуып төшкән кейемдәрен аша атлап сығыр була, ә иптәштәре кейемдәрен йыйып алырға ярҙамлаша. Матч ваҡытында, үҙ сменаһынан һуң эскәмйәгә ултырыр алдынан, ул оҙаҡ ҡына бортик янында ял итер булып китә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыртыуын еңеп, Лемье лигалағыларҙың барыһынан да яҡшыраҡ уйнай. 59 матчта 123 мәрәй (45 гол, 78 тапшырыу) йыя. Ул миҙгелдә Уэйн Гретцки, Марк Мессье һәм Стив Айзерман ғына, һәр ҡайһыһы 70-тән ашыу уйын уйнап, иң күп мәрәй йыйыусылар була. Лемья Бөтә йондоҙҙар матчында ҡатнаша, бында ла уға тиң уйынсы булмай: 4 гол һәм Матчтың иң әһәмиәтле уйынсыһы исемен яулай.

Хэллоуин алдынан, 1989 йылдың 31 октябрендә, «Лос-Анджелес Кингз» командаһына ҡаршы уйында, Марио Лемье үҙенең һөҙөмтәле уйындар серияһын башлай: бер-бер артлы үткән 46 уйын дауамында ул һәр матчта, кәм тигәндә, бер мәрәй йыя. Был лига тарихында сериялар оҙонлоғо буйынса икенсе уйын иҫәпләнә, Уэйн Гретцки серияһында 51 матч була. 1990 йылдың 14 февралендә «Нью-Йорк Рейнджерсҡа» ҡаршы уйналған матчта, ул арҡаһы ауыртҡанлыҡтан, майҙансыҡты ташлап китергә мәжбүр була. Лемье боҙға миҙгелендең һуңғы уйынына ғына кире әйләнеп ҡайта. Плей-офф стадияһына үтеү өсөн, «Пингвиндарға» тигеҙ иҫәпкә уйнау кәрәк була, әммә «Баффало Сейбрз» командаһынан еңелеп, ул Стэнли кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡала.

Табиптар Лемьеның умыртҡа бағанаһы дискыһының тайпылыуын асыҡлай. 1990 йылдың 11 июлендә Марионың умыртҡаһына беренсе операция яһала. Табиптар уны уңышлы үтте тип иҫәпләһә лә, был операция Марионы һыҙланыуҙарҙан арындырмай. Улай ғына ла түгел, операция ваҡытында яраһына һирәк инфекция индерелгәнлеге асыҡлана. Лемье бер нисә ай дауахана койкаһында ятырға мәжбүр була. Марио башына төшкән бөтә бәхетһеҙлектәрҙе күҙ уңында тотоп, матбуғатта форвард карьераһын тамамлай имеш, тигән хәбәрҙәр тарала. Ул саҡта Лемьеға ни бары 25 йәш кенә була.

1990/91 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Реабилитация курсы ярты йыл ваҡытты ала, Марио боҙға бары 1991 йылдың ғинуарында ғына сыға ала[24] Ул әйләнеп ҡайтҡан команда 80-се йылдарҙағы Питтсбургҡа бөтөнләй оҡшамаған була. Мәғлүмәтле менеджмент һәм етди селекция эше хатта капитан булмаған саҡта ла еңеү яуларлыҡ коллектив тупларға ярҙам итә. Командала йәш форвардтар Яромир Ягр һәм Марк Рекки, шулай уҡ тәжрибәле ветерандар Пол Коффи һәм Ларри Мёрфии уйнай башлай. Боҙға әйләнеп ҡайтҡан тәүге уйынында уҡ Лемье 6 мәрәй (2 гол, 4 тапшырыу) йыйып өлгөрә[25]. «Пингвиндар» тулы көстәренә уйнайҙар һәм хаҡлы рәүештә Патрик дивизионында беренсе урын алалар. 26 уйында Лемье бөтәһе 45 мәрәй (19 гол һәм 26 тапшырыу) йыя[11].

Плей-офф ярыштары, «Пингвиндар» өсөн ғөмүмән һәм, айырым алғанда, Марио өсөн, йондоҙло сәғәткә әүерелә. Нью-Джерси, Вашингтон, Бостон һәм финалдағы 6 матчлы серияла «Норт Миннесота Старз» командалары бер-бер артлы уларҙан еңелә. «Пингвиндар» үҙҙәренең беренсе Стэнли кубогын яулай. Лемье 23 уйында 44 мәрәй йыя һәм плей-оффтың иң әһәмиәтле уйынсыһы булараҡ, «Конн Смайт Трофи» ала. Плей-оффтың бер уйыны сиктәрендә бары тик Уэйн Гретцки ғына 1984-85 йылдар миҙгелендә унан күберәк мәрәй йыя.

1991/92 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киләһе миҙгел башы команданың баш тренеры Боб Джонсондың ҡапыл вафаты менән барыһын да ауыр ҡайғыға һала. Тетрәнеү шул ҡәҙәре көслө була, хатта Марио карьераһын тамамлау тураһында һүҙ ҡуҙғата башлай[26].

Тренер вазифаһына легендар Скотти Боумэн тәғәйенленә, һәм «Пингвиндар» ҡабаттан яҡшы сығыш яһай башлай. 64 уйындағы 131 мәрәй (44 гол, 87 тапшырыу) Лемьеға үҙенең коллекцияһында өсөнсөһө булған сираттағы «Арт Росс Трофиҙы» алып килә. Был миҙгелдә үҙ карьераһында Марио 1000 мәрәй билдәһенә етә. Бының өсөн уға 513 матчта ҡатнашырға кәрәк була, был, әлбиттә, 424 уйында мең мәрәй йыйған Уэйн Гретцкиҙыҡынан ҡайтышыраҡ. Команда ҡабаттан плей-оффҡа эләгә. Лемье «Вашингтон Кэпиталзҡа» ҡаршы уйнаған беренсе серияның тәүге уйынында ҡатнашмай, быға арҡаһы ауыртыуы сәбәпсе була. Киләһе уйында Марио уйынға әйләнеп ҡайта һәм артабанғы 6 уйында 17 мәрәй йыя. Шуныһы ҡыҙыҡ, «Пингвиндар» серия барышында 3-1 иҫәбе менән еңелеп барһалар ҙа, етенсе уйында еңеү яулауға өлгәшәләр. Ярымфинал конференцияһының икенсе матчында «Нью-Йорк Рейнджерстың» уйынсыһы сәкәне менән Лемьеның ҡулына бик ҡаты итеп һуға һәм уның ҡул суғын һындыра. Хатта "Пингвиндар"еңгән осраҡта ла, Марионың артабанғы плей-офф серияһында ҡатнашыуы бик икеле була. Лемье, ғәмәли яҡтан ҡарағанда, мөмкин булмағанды эшләй һәм ни бары биш уйынды ғына үткәреп ебәрә лә конференцияның финал серияһындағы икенсе уйынында уҡ боҙға сыға. Бынан һуң «Пингвиндар» плей-офф уйындарында бер тапҡыр ҙа еңелмәй һәм икенсе тапҡыр Стенли кубогын яулайҙар. Марио үҙе иһә 15 уйында бөтәһе 34 мәрәй йыя, рәттән икенсе тапҡыр «Конн Смайт Трофи» алыуға өлгәшә. Лемьенан тыш, был призды бер-бер артлы ике тапҡыр яулаған һирәк уйынсылар рәтенә «Филадельфия Флаерздың» ҡапҡа һаҡсыһы Берни Парент (1974, 1975)[27] һәм «Питтсбург Пингвинздың» һөжүмсеһе Сидни Кросби (2016, 2017) алған була.

«Лемьены туҡтатығыҙ, Лемьены туҡтатығыҙ, Лемьены туҡтатығыҙ», — тип яуап бирә Рик Боунесс, «Бостон Брюинз» командаһының баш тренеры, үҙенең командаһының плей-офф серияһында «Питтбург Пингвинзға» ҡаршы тактикаһы тураһында һорағас[28].

«Плей-офф серияһында беҙгә ҡаршы уйналған алты матчта Лемье17 мәрәй йыйғас, мин үҙемә әйттем: „Бөттө, килеп еттек. Беҙҙе бер уйынсы яңғыҙы еңде“. Дөрөҫ, был иң яҡшы уйынсы. Хатта уның өсөн дә был үтә артыҡ ине: шайба бөтә майҙан буйлап Марио артынан үҙе йөрөнө», — ти 1991/92 йылдар миҙгелендәге «Вашингтон Кэпиталздың» баш тренеры Терри Мюррей[29].

1992/93 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгел башланыу менән «Пингвин» юғары темп ала. Уларҙың маҡсат рәттән өсөнсө тапҡыр Стэнли кубогын алыу була. Лемье бер уйында уртаса өсәр мәрәй йыйып, һәр саҡтағыса иң шәп уйынсы була. Бындай һөҙөмтәлеле уйын индерелгән шайбалар (92 — 1981/82 йылдар миҙгелендә) һәм миҙгелдәге мәрәйҙәр һаны (215 1985/86 йылдар миҙгелендә) һаны буйынса Уэйн Гретцкҙың мәңгелек булып күренгән рекордын уҙып китергә мөмкинлек бирә.

1993 йылдың ғинуарында үткәрелгән медицина тикшереүе һөҙөмтәһендә Лемьела яман шештең бер төрө булған Ходжкин ауырыуы табыла. Хоккейсының карьераһы ғына түгел, уның ғүмере лә ҡурҡыныс аҫтында була. Бик оҙайлы нур терапияһы курсы дауалауы талап ителә. Әммә Лемье ике айҙан боҙға әйләнеп ҡайта. Ул булмаған арала «Пингвин» үҙ турнир таблицаһында лидерлыҡты юғалтып өлгөрә, ә Марионың үҙен һөжүмсе булыуға иҫәп тотҡан «Баффало» уйынсыһы Пэт Лафонтейн ул мәлдә Лемьенан 12 мәрәйгә алда барып, уны ҡаҫырыҡлап сығармаҡ була.

1993 йылдың 2 мартында Марио «Пингвиндың» даими дәғүәсеһе «Филадельфия Флайерзға» ҡаршы уйында сафҡа кире ҡайта. Был уйынға ул шул көндө нур терапияһының һуңғы курсын үткәргән госпиталдән тапҡыр килә. Табиптарҙың киҫәтүҙәренә ҡарамаҫтан, Лемье боҙға сыға һәм тәүҙә шайба индерә, ә аҙаҡ гол тапшырыуы башҡара. Уйын тамамланғандан һуң, «Ваковия Үҙәккә» килгән тамашасылар, ҡыйыу спортсыны сәләмләп, уны оҙайлы алҡыштарға күмәләр.

Был матчтан һуң Марио миҙгелде бик яҡшы тамамлай: бер-бер артлы үткән ике уйында ул дүртәр гол индерә, ә «Нью-Йорк Рейнджерсҡа» ҡаршы уйында биш шайба индереүе менән айырыла. Бөтәһе 16 уйында Марио 51 мәрәй йыя. Үҙенең лидер кире ҡайтҡандан һуң, «Питтсбург» 17 матчта рәттән еңеп, үҙенең ғәҙәттән тыш уйынын күрһәтте, был әлеге көндә лә лиганың рекорды булып тора. Лемье бик еңел генә Лафонтейнды ҡыуып етә һәм барлығы 60 уйында 160 мәрәй (69 гол, 91 тапшырыу) йыйып, һөҙөмтәлә уны 12 мәрәйгә үтеп китә, был шулай уҡ НХЛ рекорды булып тора (спортсыға «Арт Росс Трофиҙы» яулау өсөн кәрәк булған иң миҙгелдәге минималь уйые һаны). Ә тупланған мәрәйҙәрҙең һаны уналған матчтарҙың һанына нисбәте (2.67) НХЛ тарихында өсөнсө урында тора, бары тик Гретцкиҙың 1983-84 һәм 1985-86 йылдар миҙгелендәге һөҙөмтәләрҙән генә ҡалыша. Гретцки ул ваҡытта уйында уртаса2.77 һәм 2.69 мәрәй йыйған була.

Плей-оффта «Пингвиндар» «Нью-Джерси Девилз» командаһын 5 матчта еңә, ләкин ете матчлы уйындар серияһында етенсе уйындың овертаймында шайба индертеп, «Нью-Йорк Айлендерстан» еңеләләр.

Ҡаһарманлығы һәм хоккейға тоғролоғо өсөн, матч татмамланғандан һуң, Лемье «Билл Мастертон Трофи»ға лайыҡ була. Шулай уҡ был миҙгелдә Марио тағы бер бүләккә — «НХЛ плюс/минус Авард» лайыҡ була.

1993/94 һәм 1994/95 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылдың 23 июлендә Марио Лемье арҡаһына икенсе тапҡыр операцию эшләтә. Реабилитация курстары арҡаһында, миҙгелдең тәүге 10 уйынында ҡатнаша алмай. Әммә боҙға әйләнеп ҡайтыу менән, арҡаһының ауыртыуы тағы үҙен һиҙҙерә башлай һәм Марио яңынан лазаретҡа эләгә. 1993/94 йылдар миҙгелендә Лемье бөтәһе 22 матчта ғына уйнай ала, әммә был ваҡыт эсендә 37 мәрәй йыйып өлгөрә.

Миҙгел тамамланғандан һуң, ул бер аҙға туҡтап торасағы, шулай уҡ реабилитация курстары үтеү һәм яһалған операцияларҙан һуң һаулығын нығытыу өсөн 1994/95 йылдар миҙгелендә ҡатнашмаясағы тураһында белдерә. Был миҙгел дауамында Лемье шәхси тренер күҙәтеүе аҫтында күнекмәләр үтә, гольф уйнай һәм йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә[30].

1995/96 йылдар миҙгеле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылдың йәй аҙағында Лемье үҙенең ҙур хоккейға кире ҡайтасағы тураһында иғлан итә. Уның кире ҡайтыуы триумфаль була. 69 шайба индерә, 70 уйында 161 мәрәй йыя. Сағыу уйнауының һөҙөмтәһе булып карьераһындағы бишенсе «Арт Росс Трофи», өсөнсө «Мемориал Харт Трофи» һәм лиганың иң әһәмиәтле уйынсыһы тигән исемдәре тора. Марио Лемье лига тарихында өс тапҡыр «Мемориал Харт Трофи» алған етенсе, биш тапҡыр «Арт Росс Трофи» яулаған дүртенсе кеше була.

1995 йылдың 29 октябрендә Лемье НХЛ чемпионаты сиктәрендә үҙенең биш йөҙөнсө шайбаһын индерә. Был уның карьераһының 605-се матчында була. Әлеге күрһәткестәре буйынса, Марио Лемье 500 шайба индереү өсөн, 575 матч кәрәк булған Уэйн Гретцкиҙан ғына ҡалыша.

1996 йылдың 26 мартында «Сент-Луис Блюз» командаһына ҡаршы уйналған матчта Лемье дәғүәселәрҙең ҡапҡаһына биш шайба индерә. Был уның карьераһындағы дүртенсе еңеүле күрһәткесе була, һәм ул был һөҙөмтә буйынса Гретцки менән тигеҙләшә. Был матчта Марио НХЛ-да үҙенең 800-сө тапшырыуын эшләй[31].

Плей-оффта Лемье 18 уйында 27 мәрәй йыя. «Пингвиндар» конференцияның финалына тиклем барып етә, әммә Флориданың «Пантерам» командаһынан еңелә.

2000 йылдың 7 декабрендә Лемьеның хоккей уйынсыһы карьераһын тергеҙәсәге хаҡында иғлан итәләр[32].

Халыҡ-ара карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1983 йылда Марио ул ваҡытта Дэйв Кинг тренер булған Канаданың йыйылма командаһына барыуҙан баш тарта. Марио Квебек лигаһында мәрәйҙәр һәм голдар һаны буйынса бер миҙгелдәге рекордын ҡуйырға теләй. Шуның өҫтәүенә, уның Кинг менән мөнәсәбәттәре лә ҡырҡыу була, Марионың фекеренсә, Кинг уның уйын майҙанындағы әһәмиәтен дөрөҫ баһаламай һәм уйын ваҡытын да бик әҙ бүлә[2]. Марио 1985 йылда Прагала үткән донъя чемпионатында ҡатнаша, унда ул 10 мәрәй туплап (4 гол һәм 6 гол тапшырыуы), иң сағыу уйынсы икәнене күрһәтә һәм Канада йыйылма командаһы менән бергә турнирҙың көмөш призёры булыуға өлгәшә. 1987 йылдың йәй аҙағында хоккей донъяһы өсөн танылған ваҡиға — Канады кубогы-87 була. Тәбиғи, Канада командаһының төп өмөт бағлаған кешеһе булып был турнирҙа Марио Лемье тора. Тренерҙар уны һәм Уэйн Гретцкиҙы бер звеноға ҡуялар, бөтә дәғүәселәр, шул иҫәптән, СССР-ҙың еңелеү белмәҫ «Ҡыҙыл Машинаһы» тип йөрөтөлгән йыйылма командаһы өсөн дә үлемесле ҡорал була. Ләкин ярымфиналда уҡ канадтарға дәғүәселәрҙең голкиперы — ЧССР йыйылма командаһы тыуҙырған етди мәсьәләне хәл итергә тура килә. Уның исеме — Доминик Гашек, киләсәктәге легендар «Доминатор». Шулай ҙа, Марио сос ҡапҡа һаҡсыһын да ота ала, һәм хужалар 5:3 иҫәбе менән еңеү яулай. СССР йыйылма командаһына ҡаршы уйнаған финалдың тәүге матчында канадтар 5:6 иҫәбе менән еңелә, ләкин икенсе матчта Марио хет-трик яһай, овертаймдаГретцки уға тапшырыу эшләгәндән һуң, еңеү голы — 6:5! Һәм — өсөнсө матч. Бында уйын әүһәлдәктәге кеүек бара, һәм матч бөтөүгә лә һанаулы ғына минуттар ҡала, ә иҫәп һаман 5:5, Лемье шунда уҡ бер мәлгә генә үҙенең һөжүмде кире ҡағыу вазифаһын онотҡан йәш совет һаҡсыһы Игор Кравчуктың тупаҫ хатаһын оҫта файҙалана (был көндө буласаҡ НХЛ уйынсыһына 21 йәш тула). Ни менәндер мауыҡҡан Кравчук эргәһенән шайбаһын үткәреп, Марио һауала 360 градусылы әйләнешле пируэт яһай, алға китә һәм Гретцкиға пас тапшыра. Өс Канада уйынсыһы (Лемье һәм Гретцкиға Ларри Мерфи ҡушыла) совет йыйылма командаһы биләмәһенә үтеп инә, ә уларға Игорь Стельнов бер үҙе генә ҡаршы тора. «Бөйөк» оҫталарса паузаны үткәреп ебәрә, бының менән ул Стельновты боҙға ултырырға мәжбүр итә, — үҙенең фирма пасын артҡа, «Иң яҡшыға» тапшыра. Ҡапыл эшләнгән тапшырыу сәпкә тейеп, голкипер Сергей Мыльниковҡа бер ниндәй мөмкинлек ҡалдырмай. 6:5 һәм 2-1 хоккейҙың ҡаршы тороу тарихында иң мәшһүр өс матчтың суммаһы. Марио, 11 гол индереп, турнирҙың иң яҡшы снайперы тип таныла.

«Миңә, уйынсы булараҡ, Канада кубогы уйындарында ҡатнашыу яҙмышымда хәл иткес роль уйнаны. Мин әле бөтөнләй йәш, 22 йәшлек егет, етди хоккей уйнарға саҡ өйрәнә генә башлағайным. Үҙенең карьераһының иң бейек нөктәһендә булған егет менән бер командаға эләгеп, Гретцки менән уйнау мөмкинлеге алып, минең көсөм һәм ышанысым артты, был иһә „Питтсбургта“ уйнағанда хәл иткес роль үтәне. Бары тик шунда ғына мин еңеүсе булыуҙың һәм хоккейҙа иң юғары бейеклектәрҙе яулауҙың ни икәнен аңланым», — ти Марио Лемье 1987 йылда Канада кубогында ҡатнашыуы тураһында.

Балалар лигаһында Лемье «12» йәки «27» номерҙары аҫтында сығыш яһай. Марио был һандарҙы ағаһы Аленға эйәреп, һайлар була.

Танылған «66» һаны Марионың агенты Боб Перно арҡаһында барлыҡҡа килә. Йәштәр лигаһында һәм Юниорҙарҙың төп хоккей Лигаһы Квебекта йәш Лемье шул тиклем сағыу уйнай, күптәр уны ирекһеҙҙән Уэйн Гретцки менән сағыштыра башлай. Был сағыштырыуҙан бигерәк, уларҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу булғандыр. Гретцки Канаданың инглизсә һөйләшеүселәр вәкиле булһа, Лемье — француз теллеләрҙеке.

Гретцки «99»-сы һан аҫтында уйнай. Шуға ла ҡапма-ҡаршылыҡтан файҙа алыу теләге менән, Боб Перно Мариоға «66» һанын тәҡдим итә, йәғни «66» — «99»-ҙың баш түбән әйләндерелгән варианты.

Лемье бер көндә ҡап ярым тәмәке тартҡан була. Ниһайәт, ул үҙенең был насар ғәҙәтенән арынырға көс таба, бәлки, был Ходжкин ауырыуы арҡаһында ла булғандыр.

Марио Лемье 1993 йылдың 26 июнендә Натали Асселенға өйләнә (ингл. Nathalie Asselin)[33]. Уларҙың дүрт балаһы бар: Лорен (1993 йылдың 29 апрелендә тыуған)[33], Стефани (1995 йылғы)[33], Остин Николас (1996 йылдың 24 мартында тыуған)[33] һәм Алекса (1997 йылда тыуған)[33]. Остин ни бары ике фунтлыҡ ҡына булып, ваҡытынан алда тыуа, бөгөнгө көндә ул һау-сәләмәт. Улар Сеуклиҙа Питтсбургтың бай биҫтәһендә йәшәйҙәр.

Лемье йәш «Пингвиндар» өсөн үҙенең өйөн һәр саҡ асыҡ тота, быны ул ҡалаға күсеү менән, хатта Питтсбург районында үҙенең шәхси өйө булмағанда ла эшләй. 1990 йылдағы драфтан һуң, Яромир Ягр Пенсильвания штатындағы Маунт Либанола уның өйөндә йәшәй. Һуңғараҡ Марк-Андре Флёри һәм Сидни Кросби ҙа уның был ҡунаҡсыллығы менән файҙалана.

Марио Американың ысын гражданины[34].2007 йылдың 30 мартында Лемье республикансы булараҡ теркәлә[35], 2008 йылда Демократик партиянан булған сенатор Хиллари Клинтондың президент кампанияһы фондына $2,300 бүлә. Унан алдағы йылдарҙа Республика партияһынан булған АҠШ-тың элекке сенаторы Рик Санторумдың яңынан һайланыу фондына ла үҙ өлөшөн индергән була.

Temple de la renommée
Хоккей даны залының Марио Лемьеға арналған витринаһы.
Йыл Команда Ҡаҙаныштары
1991, 1992 Пингвинза Питтсбург Принц Уэльский призы эйәһе
1991, 1992 Пингвинза Питтсбург Стэнли кубогы эйәһе
1993 Пингвинза Питтсбург Президент кубогы эйәһе
Йыл Команда Ҡаҙаныштары
1983 Канада 1 !1 Донъя йәштәре чемпионатының бронза призеры
1985 Канада 2 !2 Донъя чемпионатының көмөш призеры
1987 Канада 1 !1 Канада кубогын эйәһе
2002 Канада 1 !1 Олимпия чемпионы
2004 Канада 1 !1 Донъя кубогы эйәһе
Йыл Команда Ҡаҙаныштары
1988, 1993, 1996 Питтсбург Пингвинз Харт Трофи
1988, 1989, 1992, 1993, 1996, 1997 Питтсбург Пингвинз Арт Росс Трофи
1991, 1992 Питтсбург Пингвинз Конн Смайт Трофи
1986, 1988, 1993, 1996 Питтсбург Пингвинз Лестер Пирсон Эворд
1985 Питтсбург Пингвинз Колдер Трофи
1993 Питтсбург Пингвинз Билл Мастертон Трофи
1993 Питтсбург Пингвинз НХЛ плюс/минус Эворд
2000 Питтсбург Пингвинз Лестер Патрик Трофи
1993 Питтсбург Пингвинз Приз имени Лу Марша
1989 Питтсбург Пингвинз Додж Рэм Таф Эворд
1985 Питтсбург Пингвинз Мишель Бриер Эворд
1985, 1988, 1990 Питтсбург Пингвинз НХЛ Йондоҙҙарының матчындағы иң әһәмиәтле уйынсы
1985, 1986, 1988, 1989, 1990, 1992, 1996, 1997, 2001, 2002 Питтсбург Пингвинз НХЛ Йондоҙҙарының матчы ҡатнашыусыһы
1988, 1989, 1993, 1996, 1997 Питтсбург Пингвинз НХЛ-дың бөтә йондоҙҙарының беренсе символик йыйылма командаһы ағзаһы
1986, 1987, 1992, 2001 Питтсбург Пингвинз НХЛ-дың бөтә йондоҙҙарының икенсе символик йыйылма командаһы ағзаһы
1985 Питтсбург Пингвинз НХЛ-дың йәш йондоҙҙарының символик йыйылма командаһы ағзаһы
1985, 1986, 1987 Питтсбург Пингвинз Крайслер-Додж/ НХЛ йылының башҡарыусыһы
1984 Лаваль Вуазенз CHL йылының иң яҡшы уйынсыһы
1984 Лаваль Вуазенз Жан Беливо Трофи
1984 Лаваль Вуазенз Ги Ляфлёр Трофи
1984 Лаваль Вуазенз Мишель Бриер Мемориал Трофи
1984 Лаваль Вуазенз Майк Босси Трофи
Марио Лемье йондоҙо Канаданың Дан аллеяһында.
  • Милли Квебек ордены рыцары (CQ) — 2009йылдың 17 июне[36] (Жан Шаре был бүләкте Лемьеға, уның «Питтсбургы» Стэнли кубогы-2009-ҙа еңеү яулағандан һуң 5 көн үткәс, тапшыра).
  • Канада ордены офицеры (OC) — 2009 йылдың 30 декабре[37].
  • Канаданың Дан аллеяһнаы индерелгән. 2004 йылда Марио Лемье исемендәге йондоҙ ҡуйылған.
  • НХЛ тарихында бер матчта уйындың бөтә ситуацияһын да (әҙселек, тигеҙлек, күпселек, буллит һәм буш ҡапҡалар) ҡулланып 5 шайба индергән берҙән-бер уйынсы (1988 йылдың 31 декабрендә Нью-Джерси Девилз ҡомандаһына ҡаршы уйында)
  • Бер миҙгелдә әҙселектә иң күп гол индереү (1988-89 йылдар миҙгелендә 13 гол)
  • Бер осор эсендә иң күп гол индереү (4, 1997 йылдың 26 ғинуары, беренсе урынды бүлеште)
  • НХЛ тарихында ике төрлө миҙгелендә күпселектә 30 гол индергән берҙән-бер уйынсы.
  • НХЛ тарихында башы ике төрлө миҙгеледә әҙселектә 10 гол индергән берҙән-бер уйынсы (Уэйн Гретцки менән беренсе урын бүлешә)
  • Бөтә команда менән миҙгелдә 57,3 % гол индергәне йәки гол тапшырыуы үтәгән (1988-89 йылдар миҙгеле) (НХЛ тарихында иң юғары күрһәткес)
  • НХЛ тарихында бер уйында өс тапҡыр 8 мәрәй йыйған уйынсы
  • НХЛ тарихында бер миҙгелдә өс тапҡыр 8 мәрәй йыйған берҙән-бер уйынсы
  • НХЛ тарихында даими уйында һәм плей-оффта гол индереү буйынса иң яҡшы күрһәткестәр(750)
  • Бер уйында лүрт тапҡыр 5 шайба индерә (беренсе урынды бүлеште)
  • НХЛ-дың Бөтә йондоҙҙар матчында шайбаны иң күп индереүсе (13, беренсе урынды бүлешә)
  • НХЛ-дың Бөтә йондоҙҙарҙың айырым матчынжа иң күп шайба индереүсе (1990 йылда — 4, беренсе урынды бүлешә)
  • НХЛ-дың Бөтә йондоҙҙарҙың айырым матчында иң күп мәрәй йыйыусы (1988 — 6)
  • НХЛ-дың Бөтә йондоҙҙар уйынында өс тапҡыр иң әһәмиәтле уйынсы тип таныла (беренсе урынды бүлешә)
  • Ккомандала миҙгелдәр һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (17)
  • Карьера өсөн уйындар һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (915)
  • Карьера өсөн шайбалар һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (690)
  • Карьера өсөн гол тапшырыуы үтәү һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (1,033)
  • Карьера өсөн мәрәйҙәр һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (1,723)
  • Миҙгелдәге шайбалар һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (85. 1988-89)
  • Миҙгелдәге гол тапшырыуы үтәү һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (114 — 1988-89)
  • Миҙгелдәге мәрәйҙәр һаны буйынса Питтсбург Пингвинз рекорды (199 — 1988-89)

Шәхси ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хет-трика (бер уйында өс гол) — 25 тапҡыр
  • Дүрт уйында бер гол — 8 тапҡыр
  • Бер уйында биш гол — 4 тапҡыр
  • Овертаймда гол — 7 тапҡыр
  • Бер плей-офф уйнындағы голдары — 5 (25 апрель 1989)
  • Даими чемпионатта иң күп мәрәйле уйын — 8 (1988 йылдың 15 октябре, 31 декабрь 1988)
  • Плей-офф уйындарындағы иң күп мәрәйҙәре — 8 (25 апрель 1989)
  • Миҙгелдәге иң күп голдары — 85 (1988—1989)
  • Миҙгелдәге иң күп тапшырыуҙары — 114 (1988—1989)
  • Бер миҙгелдәге иң күп мәрәйҙәре — 199 (1988—1989)
  • НХЛ тарихында даими чемпионатта мәрәйҙәр һаны буйынса һигеҙенсе урын — 1723
  • НХЛ тарихында даими чемпионатта мәрәйҙәр һаны буйынса унынсы урын — 690
  • НХЛ тарихында даими чемпионатта күпселектә мәрәйҙәр һаны буйынса етенсе урын — 236
  • НХЛ тарихында даими чемпионатта аҙсылыҡта мәрәйҙәр һаны буйынса дүртенсе урын — 49
  • НХЛ тарихында даими чемпионатта мәрәйҙәрҙең уртаса һаны буйынса өсөнсө урын — 0,75
  • НХЛ тарихында даими чемпионатта бер уйында һөҙөмтәле тапшырыу үтәү һаны буйынса икенсе урын — 1,13
  • НХЛ тарихында даими чемпионатта бер уйында мәрәйҙәрҙең уртаса һаны буйынса икенсе урын — 1,88

Регуляр сезонының һәм плей-офф

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Регуляр миҙгел Плей-офф
миҙгел Команда Лига И Г П О Штр +/- И Г П О Штр +/−
1980-81 Монреаль-Конкордия QAAA 47 62 62 124 127 3 2 5 7 8
1981-82 Лаваль Вуазенз QMJHL 64 30 66 96 22 18 5 9 14 31
1982-83 Лаваль Вуазенз QMJHL 66 84 100 184 76 12 14 18 32 18
1983-84 Лаваль Вуазенз QMJHL 70 133 149 282 92 14 29 23 52 29
1984-85 Питтсбург Пингвинз НХЛ 73 43 57 100 54 −35
1985-86 Питтсбург Пингвинз НХЛ 79 48 93 141 43 −6
1986-87 Питтсбург Пингвинз НХЛ 63 54 53 107 57 13
1987-88 Питтсбург Пингвинз НХЛ 77 70 98 168 92 23
1988-89 Питтсбург Пингвинз НХЛ 76 85 114 199 100 41 11 12 7 19 16 −1
1989-90 Питтсбург Пингвинз НХЛ 59 45 78 123 78 −18
1990-91 Питтсбург Пингвинз НХЛ 26 19 26 45 30 8 23 16 28 44 16 14
1991-92 Питтсбург Пингвинз НХЛ 64 44 87 131 94 27 15 16 18 34 2 6
1992-93 Питтсбург Пингвинз НХЛ 60 69 91 160 38 55 11 8 10 18 10 2
1993-94 Питтсбург Пингвинз НХЛ 22 17 20 37 32 2 6 4 3 7 2 −4
1995-96 Питтсбург Пингвинз НХЛ 70 69 92 161 54 10 18 11 16 27 33 3
1996-97 Питтсбург Пингвинз НХЛ 76 50 72 122 65 27 5 3 3 6 4 4
2000-01 Питтсбург Пингвинз НХЛ 43 35 41 76 18 15 18 6 11 17 4 4
2001-02 Питтсбург Пингвинз НХЛ 24 6 25 31 14 0
2002-03 Питтсбург Пингвинз НХЛ 67 28 63 91 43 −25
2003-04 Питтсбург Пингвинз НХЛ 10 1 8 9 6 −2
2005-06 Питтсбург Пингвинз НХЛ 26 7 15 22 16 −16
Всего в НХЛ 915 690 1033 1723 834 116 107 76 96 172 87 20

Халыҡ-ара ярыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Йыйлма Турнир Урын И Г П О Штр
1983 Канада (йәштәр) МЧМ 1 !1 7 5 5 10 12
1985 Канада ЧМ 2 !2 9 4 6 10 2
1987 Канада КК 1 !1 9 11 7 18 8
2002 Канада ОИ 1 !1 5 2 4 6 0
2004 Канада КМ 2 !2 6 1 4 5 2
Бөтәһе (йәштәр) 7 5 5 10 12
Бөтәһе (төп йыйылма) 29 18 21 39 12
Марио Лемье Легендалар матчы ваҡытында, 2009 йылдың 21 феврале
  • Лемье фамилияһын (Le Mieux) француз теленән тәржемә иткәндә «Яҡшы» тигәнде аңлата.
  • 2001 йылдың 20 декабрендә Марио Лемья Солт-Лейк-Сити ҡалаһында Олимпиада-2002 олимпия уты эстафетаһында ҡатнаша
  • Хәҙерге заман нхл клубы тарихында тәүге президенты була. Марио Лемья, үҙ командалары өсөн уйнай. Ә был инде бөтөнләй икенсе осраҡта лигаһы тарихында беренселәрҙән булып уҡ Патрик Фрэнкуйнай, 1915 йылда өсөн «Миллионерс Ванкувер». Президент вазифаһын башҡарыусы функцияһынан тыш, уның тренерҙары һәм менеджерҙары, шулай уҡ етәкләне Хоккей Ассоциацияһы тымыҡ океан яр буйҙары.
  • Марио Лемья өлкән ағаһы Алена шулай уҡ профессиональ хоккейсы булып китте. НХЛ-ДА бер нисә командаһы өсөн уйнаны, шул иҫәптән уйындары үткәреү өсөн бер «Пингвинза Питтсбург». Был уйын берҙән-1987 йылдың 17 февралендә үтәсәк. Команда дәғүәсе булып «Калгари Флэймза». Марио-йәрәхәт уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итмәй. Алена лигаһының һуңғы уйынын өсөн булыр был. Ул команда ҡалаһында үткән бөтә карьераһын хоккей лигаһы.
  • Майҙан, унда урынлашҡан «Меллон-арена» (2012 йыл һүтелә), элекке арена «Пингвинз Питтсбург», тип марио буласаҡ майҙанда Лемья (Place Lemieux Mario), 66 спорт үҙәге биналары номер ә үҙе бирә.
  • Марио канада хоккейсылары менән бер йылда тыуған, бихисап башҡа бер көн Лемья — ҡапҡасы Патрик Руа.
  • Марио беренселәрҙән булып 13 йыл Лемья франкоканадец өсөн, милли хоккей лигаһының драфтында беренсе номер аҫтында һайлай. Бала сағым булып, уның кумиры булған Гө Лафлер, һайлау беренсе 1971 йылда[38].
  • Лемья коллекция эйәһе Марио шарап шешәһе 5000-дән ашыу иҫәпләнә.
  • НХЛ-да 1000 һәм унан да күберәк мәрәй йыйған хоккейсылар исемлеге,
  • НХЛ-да 1000 һәм унан да күберәкгол тапшырған хоккейсылар исемлеге
  • The Heckoy News журналы версияһы буйынса, НХЛ-дың иң яҡшы 100 уйынсыһы исемлеге.
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #1022028782 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Augustyn A. Mario Lemieux // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Mario Lemieux // L'Encyclopédie canadienne, The Canadian Encyclopedia (ингл.)
  4. Mario Lemieux // Roglo — 1997.
  5. https://www.eurohockey.com/player/510414-.html (ингл.)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 Hockey-Reference.com
  7. 7,0 7,1 7,2 https://www.charitynavigator.org/ein/251708231
  8. https://www.charitynavigator.org/index.cfm?bay=search.summary&orgid=9998&oldpage
  9. согласно французско-русской транскрипции наиболее точный вариант — Лемьё
  10. Pittsburgh Penguins Legends — Mario Lemieux
  11. 11,0 11,1 Mario Lemieux profile — NHL.com
  12. Skater career leaders
  13. Christopher Matt. On the Ice With… Mario Lemieux. — Little, Brown and Company. — P. 3. — ISBN 0-316-13799-5.
  14. Mario Lemieux. Ask Men. Дата обращения: 19 сентябрь 2007. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2012 йыл 20 февраль архивланған.
  15. Deacon, James (1996-04-08). «Lemieux, Mario (profile)» (Maclean's Magazine). Проверено 2007-09-19. 2007 йыл 15 октябрь архивланған.
  16. Chrys Goyens et Frank Orr. Mario Lemieux: Over Time. — Universe Publishing. — 2001. — С. 39. — ISBN ISBN 0789306638.
  17. Chrys Goyens et Frank Orr. Mario Lemieux: Over Time. — Universe Publishing. — 2001. — С. 38. — ISBN ISBN 0789306638.
  18. Chrys Goyens et Frank Orr. Mario Lemieux: Over Time. — Universe Publishing. — 2001. — С. 43. — ISBN ISBN 0789306638.
  19. Chrys Goyens et Frank Orr. Mario Lemieux: Over Time. — Universe Publishing. — 2001. — С. 42. — ISBN ISBN 0789306638.
  20. ,Brenda Branswell. One town, one team, three NHLers. Дата обращения: 2 октябрь 2015. 2015 йыл 4 октябрь архивланған.
  21. Mario Lemieux. Legends of Hockey. Дата обращения: 22 ғинуар 2009.
  22. Бремя выбирать. 1984 — http://www.sports.ru
  23. NHL.com — Mario Lemieux career stats
  24. http://www.mario-lemieux.com — 2009 йыл 8 февраль архивланған. Биография Марио Лемье 2011 йыл 10 июль архивланған.
  25. http://www.answers.com — биография Марио Лемье
  26. Биография Марио Лемье на — peoples.ru
  27. NHL.com — Conn Smythe Trophy Winners
  28. Glenn Liebman. Hockey Shorts: 1,001 of the Game's Funniest One-liners. — McGraw-Hill Professional. — P. 272. — ISBN 0809233517.
  29. NHL.com — Terry Murray about Mario Lemieux 2005 йыл 18 февраль архивланған.
  30. Mario Lemieux — Career Timeline — http://sports.espn.go.com
  31. Биш балл — http://www.sports.ru
  32. «Питтсбург»: ун йыллыҡ уйын һөҙөмтәләре — http://www.sports.ru
  33. 33,0 33,1 33,2 33,3 33,4 "http://www.nndb.com/people/063/000025985/»(недоступная ссылка)
  34. Super Mario Eyes Olympics — CBS News
  35. Who’s getting Pennsylvania cash for '08? | Pittsburgh Post-Gazette
  36. Mario Lemieux To Be Knighted Today 2009 йыл 22 июнь архивланған.  (инг.)
  37. Governor General Announces 57 New Appointments to the Order of Canada. Office of the Secretary to the Governor General (30 декабрь 2009).
  38. Первые номера драфта 1963—2008 — http://www.nhl.com/futures/firstoverall.html